“Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәр бәйгеһе өсөнсө йыл рәттән халыҡ-ара кимәлдә уҙғарыла. Башҡорт халҡының бөйөк әҫәрен Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй төбәктәрендә, Һиндостан, Израиль, Германия, Ҡырғыҙстан, Монголия, Франция, Үзбәкстан, Украина һәм донъяның башҡа илдәрендәге йәш быуын яҡшы белә.
Бөгөн Өфөлә “Урал батыр” эпосы донъяның төрлө телдәрендә яңғырай. Халыҡ-ара йәш сәсәндәр бәйгеһенең төп маҡсаты – балалар һәм йәштәр араһында Ватанға һөйөү, үҙ-ара теләктәшлек, берҙәмлек тойғоларын тәрбиәләү, телдәр төрлөлөгөн, Рәсәй халыҡтарының тарихи һәм мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыу. Бәйге ошо йылдың йәйендә үтәсәк VI Бөтә донъя фольклориадаһына үҙенә күрә бер әҙерлек булып тора.
Йәш һүҙ оҫталары телдәр буйынса бүленгән бер нисә секцияла сығыш яһаны: кемдер эпосты башҡортса ғына яңғыратһа, кемдер уны русса, кемдер инглизсә һөйләне. Быларҙан тыш, быйыл “Донъя телдәре” исемле айырым йүнәлеш тә булдырылған. Ундағы ҡатнашыусылар дүрт минутлыҡ бер сығышында башҡортса, русса ғына һөйләп ҡалманы, әҫәр татарса, инглизсә, немецса, французса, әрмәнсә, ҡаҙаҡса, марийса, лезгинса, итальянса, төрөксә, полякса, удмуртса, сыуашса ла яңғыраны.
Тамырҙары менән Әрмәнстандан булған, үҙе Өфө районы Николаевка ауылында йәшәгән Лилит Караханян 11-се класта белем ала. Ул “Урал батыр” эпосын һөйләргә үҙ халҡының милли кейемендә килгән.
“Башҡорт халҡының эпосын һөйләү менән бер рәттән, үҙ милләтемде лә танытҡым килә. “Урал батыр” эпосы, ундағы яҡшылыҡ менән яманлыҡтың көрәше сағылыуы миңә бик оҡшай”, – тине ул.
Әйткәндәй, был бәйгелә ҡатнашыусылар эпосты һөйләп кенә ҡалмай. Бихисап номинациялар араһында донъя халыҡтарының эпостары буйынса уйындар, “Халыҡ бейеүе”, “Йырлау оҫталығы” кеүек йүнәлештәр ҡатнашыусы йәш быуынды айырыуса ҡыҙыҡһындырған. Уларҙың араһында эштәрен замана технологиялары ярҙамында ситтән тороп баһалама ағзалары иғтибарына тәҡдим иткәндәре лә бихисап.
Көн оҙоно барған Халыҡ-ара “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү бәйгеһендә йәмғеһе 350 кеше сығыш яһай.