+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ғинуар 2020, 17:49

Халыҡ проекты: “Шайморатов вариҫтары”

Һеҙҙең ярҙам менән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренең исемдәрен ҡайтарырға тигән изге маҡсат ҡуйғанбыҙ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Шайморатов дивизияһының йылъяҙма-белешмәһен булдырыуҙа ҡатнашырға саҡыра. “Шайморатов вариҫтары” исемле халыҡ проектына ихлас ҡушылыуығыҙҙы һорайбыҙ.

Ғаиләгеҙҙә, таныш-белештәрегеҙҙә дивизия, уның һалдаттары тураһында мәғлүмәт һаҡланһа, беҙҙең адресҡа ебәреүегеҙҙе һорайбыҙ. Яугирҙең фотоларын, хаттарын һәм башҡа документтарын сканер аша үткәреп ебәреүегеҙҙе үтенәбеҙ.

Анкета “Бәйләнештә” социаль селтәрендә (“Ҡоролтай” төркөмө, “Шайморатов вариҫтары” сараһы https://vk.com/shaimuratov120), Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтында (www.kurultay-ufa.ru) ҡуйылған.

Тултырылған анкетаны түбәндәге адрестарға ебәреүегеҙ һорала:

1) электрон почта – [email protected]

2) почта аша – 450015, Өфө ҡалаһы, Революцион урамы, 43, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (“Шайморатов вариҫтары”).

Әле беҙҙең почтаға көн дә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре тураһында мәғлүмәттәр килә. Проектты ҡеүәтләп күтәреп алған һәр кемгә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Тупланған мәғлүмәттәр нигеҙендә биографик белешмә-китап сығарыласаҡ һәм мәғлүмәт ебәргән һәр кешегә бүләк ителәсәк.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты.
Читайте нас: