+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ғинуар 2020, 10:00

Балалар пособиеһы ҡасан була?

Пособиеға ғаризаны 3-7 йәшлек балалар тәрбиәләгән ата-әсәләр 2020 йылдың 31 декабренә тиклем биреп өлгөрөргә тейеш.

Быйыл Путин Федераль Йыйылышҡа төбәлгән Мөрәжәғәтнамәһендә балалы ғаиләләргә айырыуса иғтибар бүлде. Күптәрҙе иң ҡыуандырғаны: 3-7 йәшлек балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә (ғаиләнең килеме минималь йәшәү кимәленән артмаған осраҡта) буласаҡ түләүҙәр тураһында һүҙ булды. 2020 йылдан бындай түләү күләме ярты минималь йәшәү кимәле дәүмәлен тәшкил итә (Башҡортостан Республикаһында ул 4,9 мең һум). Был түләүҙәрҙең төп талабы ябай: ата-әсәнең килеме һәм ғариза биреү ваҡыты. Бындай ғаризаны 3-7 йәшлек балалар тәрбиәләгән ата-әсәләр 2020 йылдың 31 декабренә тиклем биреп өлгөрөргә тейеш. Шулай уҡ ата-әсәләрҙең эш хаҡы күләме лә бында төп ролде уйнай (һәр ғаилә ағзаһына бүлгәндә минималь йәшәү кимәленән артмаҫҡа тейеш). Шулай уҡ ғаризаны ҡасан биреүгә ҡарамаҫтан (баланың өс йәше тулған осраҡта) 2020 йылдың 1 ғинуарынан пособие тулыһынса түләнә.
Читайте нас: