+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ғинуар 2020, 13:09

Башҡортостанда 11 йәшлек блогер экология өсөн көрәшә

Социаль селтәрҙә мәктәп уҡыусыһы экологик проблемаһына арнап үҙенең сәхифәһен асҡан.

Социаль селтәрҙә мәктәп уҡыусыһы экологик проблемаһына арнап үҙенең сәхифәһен асҡан. Малай өмәләр ойоштора, рөхсәтһеҙ сүплек менән көрәшә. Йәш блогер өлкәндәр менән профилактик әңгәмәләр ойоштора. Үҙенең ун бер йәшендә, Матвей нимә менән киләсәктә шөғөлләнгәнен белә. Ул эколог булырға хыяллана, Instagram блогын алып бара, тыуған Иглин районының проблемаларын күтәрә һәм уның сиселешен күрһәтә. Instagram сәхифәһендә ҡалғандарҙы тәбиғәтте һаҡларға өндәй, тәбиғәтте һаҡлау темаһына роликтар, шиғырҙар,мәҡәләләр күрһәтә, күптәргә өлгө булып тора. Үҙе бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, өлкән кеше кеүек фекер йөрөтә: тормошто үҙеңдән башлап үҙгәртергә кәрәк тип әйтә ул. Матвей мәктәптән һуң уйнарға сығып китмәй, ул олатаһы менән урамдарҙы сүп-сарҙан таҙарта. Үҙенең еңеү исемлегенә ике рөхсәтһеҙ сүплекте индерергә була.
Читайте нас: