+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ғинуар 2020, 11:35

Башҡортостанда халыҡ кәмей

Рәсәй статистикаһының илдәге демографияға ярашлы мәғлүмәте буйынса, бер йыл эсендә Башҡортостан халҡы 6,6 мең кешегә кәмегән. #национальныепроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәй статистикаһының илдәге демографияға ярашлы мәғлүмәте буйынса, бер йыл эсендә Башҡортостан халҡы 6,6 мең кешегә кәмегән. 2020 йылдың 1 ғинуарына республика халҡы 4,037 миллион кеше тәшкил итә, шуларҙың 2,52 миллионы ҡалала, 1,517 миллионы ауыл ерендә йәшәй. Үткән йылда ҡала халҡы 53 кешегә артҡан, ауыл ерендә 6650 кешегә кәмегән. Волга буйы федераль округына ҡараған төбәктәрҙә халыҡ һаны шулай уҡ кәмеүгә бара, тик Татарстанда ғына халыҡ 2 мең кешегә күбәйгән. Быйылғы йылда Мәскәүҙә халыҡ 38,6 меңгә артып, 12,69 миллионға еткән, Санкт Петербургта 5,99 миллион кеше йәшәй 4,55 меңгә артҡан.
Читайте нас: