+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ғинуар 2020, 18:15

Үҙенсәлекле бала тәрбиәләүселәр өсөн

«Үҙенсәлекле бала тәрбиәләүсе ғаиләләр. Хоҡуҡтар. Мөмкинлектәр. Проблемалар»

Йәштәр йортонда «Үҙенсәлекле бала тәрбиәләүсе ғаиләләр. Хоҡуҡтар. Мөмкинлектәр. Проблемалар» темаһына «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо.
Әбйәлил районы хакимиәте һәм инвалидтар йәмғиәте инициативаһы менән уҙғарылған сараның тәүге өлөшөндә райондың һәм әбйәлилдәр беркетелгән Сибай ҡалаһы буйынса социаль хеҙмәттәр етәкселәре ата-әсәләрҙе шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итте, юрист һәм психологтар консультация бирҙе.
«Түңәрәк өҫтәл» ултырышында район хакимиәте етәкселәре, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, социаль яҡлау, МФЦ, социаль страховкалау фонды, һалым хеҙмәте, КУС, архитектура һәм мәҙәниәт бүлектәре белгестәре ҡатнашты.
Читайте нас: