«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 28 ғинуарҙа баш ҡалалағы «Максим» икмәк бешереү цехына Роспотребнадзор белгестәре тикшереү менән килә. Эшҡыуар әйтеүенсә, был күҙәтеү ведомствоһының уларға беренсе килеүе түгел, йыш ҡына тикшереп, улар санитар нормаларҙы боҙоу осраҡтарын табырға ныҡыша.
— Бер тапҡыр тикшергәндә ҡоролмаларҙың тауышы норманан ашыу тип таптылар, был етешһеҙлекте бөтөрҙөк, отчет бирҙек, — тип һөйләй икмәк бешереүсе цех етәксеһе. — Әммә сентябрь айында беҙгә тағы Роспотребнадзор килде һәм пландан тыш тағы ошо уҡ мәсьәлә буйынса тикшереү үткәрҙе. Кондиционерҙар тауышы төнгө мәлдә норманан артыҡ тип табып, административ штраф һалыу тураһында ҡарар сығарҙылар. Кондиционерҙарҙы төнөн ҡулланмайбыҙ, тигән дәлилде лә судта ишетергә теләмәнеләр. Өсөнсө тапҡыр ошондай уҡ «хоҡуҡ боҙоу» тип судҡа саҡыртһалар, беҙ бөтөнләй үҙебеҙҙе яҡлай алмаясаҡбыҙ һәм цехты ябыуҙары көн кеүек асыҡ.
Ведомство вәкиле бындай тикшереүҙе тейешле квалификацияһы булмаған белгес башҡарыуы ихтимал, тип белдерҙе. Һуңғы йылдарҙа тикшереүселәр штаты ҡыҫҡарҙы һәм ҡалғандарға эш күләме артты, ти ул. Роспотребнадзор эшенең төп күрһәткесе — закон боҙоу осраҡтарын асыҡлау, әгәр асыҡланған етешһеҙлектәр әҙ икән, һин эшләмәйһең тигән һүҙ. Ҡайһы бер белгестәр йылына 300 протокол тултырырға ла өлгөрә икән.
Республика тикешереүселәре былтыр 7700 эшҡыуарлыҡ субъектын ҡараған, ә федерель ведомство белгестәре тағы 16600 тикшереү үткәргән.
Ошо көндәрҙә Роспотребнадзор күрһәтмәһе буйынса Өфөлә тағы бер кафе — «Папа Гриль» йәмәғәт туҡланыу нөктәһе ябылды. Кафе етәкселеге был ҡарарҙы инҡар итеү өсөн судҡа мөрәжәғәт итергә йыйына.
«Максим»дың етәксеһе, эшҡыуар О. Попова әйтеүенсә, Башҡортостанда эшҡыуарлыҡҡа ярҙам төрҙәре яйға һалынған, был БР Башлығы Р. Хәбировтың даими контролендә. «Бизнесты үҫтереүгә йүнәлтелгән ярҙам төрҙәрен бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ, ташламалар менән файҙаланып алырға мөмкин. Беҙҙең өсөн был бик мөһим. Башҡа ведомстволар ҙа эшҡыуарлыҡҡа ыңғай ҡарашта булһын ине», — ти эшҡыуар.
— Инвестклиматты яйға һалыу БР Башлығының да, Рәсәй Президентының да өҫтөнлөклө күрһәтмәләренең береһе, — тине РФ Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Р. Мырҙағолов. — Бизнестың «башына һуғырға» түгел, киреһенсә, үҫтерергә ярҙам итергә кәрәк. Был икмәк бешереүселәр Франциянан ҡоролма алдырҙы, экологик таҙа он менән генә эш итә, улар ваҡытында ШОС һәм БРИКС ҡунаҡтарын һыйланы. Уларҙың продукцияһы сифатына һүҙ юҡ. Тик Роспотребнадзор бындай инвестиция менән риза түгел, күрәһең.