+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Ғинуар 2020, 12:06

Киләсәккә ышаныслы аҙым яһалды

Йыл нәтижәләрен барлап, хеҙмәт ҡаҙаныштарын ҙурлап, район 2019 йылды тарих биттәренә оҙатты

2019 йылғы эш йомғаҡтары буйынса тантаналы йыйылышта район етәкселеге, депутаттар, ауыл биләмәләре, хужалыҡтар һәм предприятиелар башлыҡтары һәм рәйестәре, төрлө өлкәләрҙән хеҙмәт алдынғылары ҡатнашты. Сараға шулай уҡ мәртәбәле ҡунаҡтар — БР Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Р. Р. Бәширов, Өфө урман хужалығы техникумы директоры Д. Ә. Әхмәтйәнов, Магнитогорск ҡала хакимиәтенең халыҡты социаль яҡлау идаралығы начальнигы Л. Г. Ярыгина, «ММК» йәмғиәтенең балалар сәләмәтләндереү-белем биреү комплексы директоры О. М. Закиров, «Башнефть» йәмғиәтенең власть органдары менән бәйләнеш булдырыу департаменты менеджеры У. Б. Ишбулатов саҡырылды.

Район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡов 2019 йыл йомғаҡтары буйынса отчет менән сығыш яһаны. Уның сығышында иҡтисади үҫеш, ауыл хужалығы, социаль өлкәләге күрһәткестәр яҡтыртылды.

— Йыл ваҡиғаларға бик бай булды. Төҙөлөш, төҙөкләндереү эштәре дауам итте, район бик күп проект һәм программаларҙа ҡатнашты, БР Башлығын һайлау кампанияһында әбйәлилдәр гражданлыҡ бурысын яуаплы үтәне, — тине ул.

Әбйәлилдең иң ҙур байлығы булған тырыш халҡының ҡаҙаныштарына ла туҡталды. Белем алыуҙағы уңыштары өсөн Салауат мәктәбенең сығарылыш класс уҡыусыһы Зарема Хамматова маҡтап телгә алынды. Ҡыҙ былтыр 10-сы кластан һуң география фәненән берҙәм дәүләт имтиханын тапшырып 100 баллыҡ һөҙөмтә күрһәтһә, ошо көндәрҙә әлеге предмет буйынса республика олимпиадаһында еңеү яуланы. «Районыбыҙ киләсәге бына ошондай белемле уҡыусылар ҡулында», — тине башлыҡ тантанаға саҡырылған Зареманы һәм уның остазы Р. С. Хафизованы алҡышлап.

— Киләсәккә табан тағы ла бер ышаныслы аҙым яһаныҡ. Быйылғы 2020 йылда ла Рәсәй Президенты һәм республика Башлығы Указдарында һәм Мөрәжәғәтнамәләрендә билдәләнгән йәшәү кимәлен үҫтереү, тыуымды арттырыу, халыҡтың килемен күтәреү, ғаиләне, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау, белем биреү һәм мәғариф өлкәләрен камиллаштырыу, йәштәрҙе тәрбиәләү буйынса бурыстарҙы үтәү буйынса һөҙөмтәле эшләрбеҙ, тип ышанам. Ағымдағы йыл Рәсәйҙә Хәтер һәм дан, республикала Торама пункттарҙың эстетикаһы һәм Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде. Беҙҙең алда йылдың мөһим ваҡиғаларын — Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын, Бөтә донъя фольклориадаһын, муниципаль район Советына депутаттар һайлау, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияларын, райондың 90 йыллығын лайыҡлы үткәреү бурыстары тора, — тип йомғаҡланы сығышын Илдар Таһир улы.

Төбәк Башлығы Р. Ф. Хәбиров исеменән БР Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Р. Р. Бәширов тәбрикләү сәләмдәрен еткерҙе.

— Әбйәлил — үҙенсәлекле район. Радий Фәрит улы етәкселеге аҫтында республикала етди үҙгәртеп-ҡороуҙарҙың тәүге аҙымдары нәҡ һеҙҙең төбәктә башланғыс алды. Район үҙенә күрә һынауҙар үткәреү майҙансығына әүерелде: Урал аръяғы райондарынан ауыл биләмәләре башлыҡтарының семинар-кәңәшмәһе уҙҙы, формаль булмаған шарттарҙағы асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙә ябай халыҡтың тын алышы, мәсьәләләре тураһында ишетеп, республика етәкселегенең киләсәк курсына дөрөҫ йүнәлеш алынды, — тине Ринат Рәшит улы. — Республика Башлығы эшмәкәрлегендә айырыуса кеше ғүмерҙәрен һаҡлауға ҙур иғтибар бүлеүҙе талап итә. Йыл дауамында был юҫыҡта күп эштәр башҡарылды. Алкоголь эсемлектәр һатыусыларға ҡаршы көрәш, янғындарҙы киҫәтеү буйынса эш һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҙур иғтибар бүлеү үҙенең һөҙөмтәһен бирә башланы ла инде. Халыҡ һәм етәкселек араһында туранан-тура бәйләнеш булдырылды. Граждандарҙың мөрәжәғәттәрен эшкәртеү буйынса республика, Мәскәү өлкәһенән генә ҡалышып, Рәсәйҙә икенсе урынға сыҡты. БР Хөкүмәтенең муниципаль район һәм ҡала округтарының урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелеге мониторингыһында отчет йылына ҡарата 42 ауыл районы араһында Әбйәлил районының, күрһәткестәрен яҡшыртып, 30-сы баҫҡыстан 7-се урынға күтәрелеүе төбәктә 2019 йылда ғәйәт ҙур эш башҡарылыуы хаҡында һөйләй.

«Башнефть» акционерҙар нефть йәмғиәте вәкиле У. Б. Ишбулатов йәмғиәттең мәрхәмәтлек программаһы сараларына Әбйәлилдә бер нисә йыл элек Сиҙәм урта мәктәбенә ремонт башҡарылһа, әле район мәҙәниәт һарайында капиталь ремонт тамамланды, мәҙәни объект халыҡ мәнфәғәте файҙаһына оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен, уның менән бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашҡан Никах һарайы һәм ЗАГС бүлегендә тик үҫеш күрһәткестәре генә теркәлһен, тигән теләктәрен еткерҙе.

Артабан 2019 йыл йомғаҡтары буйынса фиҙаҡәр хеҙмәттәре менән Әбйәлилде данлаған, социаль-иҡтисади, рухи-мәҙәни, ижтимағи күрһәткестәрҙе яҡшыртыуға тос өлөш индергән хеҙмәт коллективтары хөрмәтләнде. Алдынғы күрһәткестәре өсөн булдыҡлы етәкселәр Илдар Таһир улы ҡулынан дипломдар һәм сертификаттар алды. Ғорурланырлыҡ, үрнәк алырлыҡ коллективтар араһында районда ғына түгел, республикала иң ҡеүәтле ауыл хужалығы предприятиеларының береһе булараҡ дан тотҡан, отчет йылы осоронда 16787 тонна тулайым иген етештергән, бер һауын һыйырға 7582 кг һөт һауған, һәр баш малдан тәүлеккә 995 грамм артым алған «Красная Башкирия» АХК-һы, бер һауын һыйырға 3500 килонан бөтәһе 420 тонна тулайым һөт һауған Нияҙғол һөтсөлөк-тауар фермаһы, 202 тонна иген үҫтергән, 160 тонна һөт, 5 тонна ит етештергән Азамат Абсаҙыевтың фермер хужалығы, үҙкилемдәр планын 108,6 процентҡа үтәгән, төҙөкләндереү, урамдарҙы яҡтыртыу, енәйәтселекте кәметеү, янғындарҙы киҫәтеү буйынса һөҙөмтәле эшләгән Байым ауыл биләмәһе хакимиәте һәм башҡалар тәбрикләнде.

Елкәң булһа, ҡул һәм мал көсө менән дә ауылда бынамын итеп йәшәү өлгөһө булған ғаиләләр хеҙмәтенә күрә хөрмәт яуланы. Әбдрәштән Динислам Түләкбаев шәхси хужалығында 35 баш һыйыр, 80-дән ашыу һарыҡ, 5 ат, 6 күс бал ҡорто, күпләп ҡош-ҡорт аҫрай. Биш балалы ишле ғаиләнең өҫтәле һыйлы, донъялары етеш, балалар ҙа хеҙмәттә сынығып үҫә. Тупаҡтан Урал Суфияновтың мал ҡураһында 20 баш эре мал, 14 йылҡы тора, һарыҡ һәм ҡоштоң теүәл генә иҫәбе лә юҡ. Мал йәнле хужа ауылда көтөү ойоштороу мәсьәләһендә лә әүҙем ҡатнаша, ғаиләлә дүрт эшһөйәр бала үҫкән, ейәндәр быуыны ла хеҙмәт тәрбиәһе ала. Мәхмүттән Нәфисә Юлдыбаева әүҙем йәмәғәтсе, ауыл старостаһы. Үҙенең әүҙем йәшәү позицияһы, бөтмөрлөгө менән бүтән ауылдаштарына өлгө булып тора: Юлдыбаевтарҙың шәхси ихатаһында 10 баш һауын һыйыр, 40-тан ашыу һарыҡ, һәр төрлө ҡош-ҡорт аҫырала. Тырышлыҡ менән ике баланы аяҡҡа баҫтырғандар, хәҙер 6 ейән-ейәнсәрҙәрен үҫтерешәләр. Үҙҙәре тураһында бына ошондай йылы ҡылыҡһырламалар ғына ишетеп түргә саҡырылған ғаиләләр сәхнә тултырып, ҡояштай балҡып торҙо.

Дөйөм уңыш ябай эшсәндәрҙең хеҙмәт ҡаҙаныштарынан туплана. 2019 йыл йомғаҡтары буйынса төрлө өлкәләрҙә үҙ һөнәренең оҫтаһы тип табылған иң яҡшылар ҙа башлыҡ ҡулынан диплом һәм ҡиммәтле бүләк алды.

Тантананы Учалы филармонияһы артистары концерты йомғаҡланы, башҡорт театрының легендаһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров ҡабатланмаҫ моңло тауышы, үлемһеҙ йырҙары менән сараның бәҫен күтәрҙе.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: