+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Февраль 2020, 11:20

Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам үҙәге

2024 йылға тиклем республиканың барлыҡ райондарында һәм ҡалаларында ла "Минең эшҡыуарлыҡ" бизнесҡа ярҙам үҙәктәре барлыҡҡа киләсәк.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортоостан

2024 йылға тиклем республиканың барлыҡ райондарында һәм ҡалаларында ла "Минең эшҡыуарлыҡ" бизнесҡа ярҙам үҙәктәре барлыҡҡа киләсәк.
Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Римма Бойцова белдереүенс, былтыр Өфөлә – ике, Нефтекамала бер үҙәк асылған. 2024 йылда һәр төбәктә ошондай үҙәктәр асыу планлаштырыла. Әле мобиль офистар райондарға сыға, бөгөнгә 52 мунципалитет консультация менән тәьмин ителгән.
Әйткәндәй, былтыр 38 районда бизнес-шериф вазифаһы барлыҡҡа килгән, 29-ында был бурыс бүтәндәргә йөкмәтелгән.
Ведомство етәксеһе шулай уҡ "Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам" милли проектын тормошҡа ашырыуға 896 миллион һум аҡса йүнәлтелеүен билдәләне. "Дөйөм алғанда, эшҡыуарлыҡҡа 2019 йылда 1,2 миллиард һум аҡса бүленгән.
Был аҡса эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә уңайлы шарттар булдырыу, яңы тармаҡтар үҫешенә, төбәк предприятиеларына яңы сауҙа урындарына, шул иҫәптән сит ил баҙарҙарына сығыуға, льготалы финанслауға бүленгән.
Читайте нас: