+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Февраль 2020, 11:55

Башҡорт теле йылы нисек үтер?

Ағымдағы йыл республика Башлығы Р. Хәбиров тарафынан Башҡорт теле йылы тип иғлан ителеүе ҡыуаныслы. Туған телебеҙгә иғтибар артыр, уны һаҡлау буйынса эҙмә-эҙлекле эш барыр, төрлө саралар уҙыр тигән өмөттәбеҙ.

Башҡорт теле йылы сиктәрендә республикала үтәсәк йыллыҡ саралар планына ярашлы, беҙҙең районда йылды уҙғарыу планы раҫланды һәм комиссия төҙөлдө. Уның рәйесе — район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Раян Фәттәхов булһа, ағзалары — район башҡорттары ҡоролтайынан Вил Илһамов, мәғариф бүлегенән Гөлдәр Рәхимова, Зөлфиә Ниғмәтова, Зөлфирә Әғләева, башҡорт теле уҡытыусылары Рита Харисова менән Айгөл Шәрәфетдинова, район Советынан Баязит Ғиниәтов, йәмәғәт ойошмаларынан Линиза Сәғәҙиева, Ансар Төлкөбаев, Нәсимә Әҡсәнова, Гөлкәй Ишбулатова, мәҙәниәт бүлегенән Элиза Ҡунафина, китапхананан Зөлхиә Исхаҡова, “Йәйғор” ижади берекмәһенән Ринат Ноғоманов, дауахананан Илгиз Килдейәров, ЗАГС-тан Фәриҙә Әхмәтова.
Был комиссияның тәүге ултырышы уҙҙы, унда ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды, пландар, положениелар раҫланды. Һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар Башҡорт теле йылын йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы уҙғарыу буйынса үҙ тәҡдимдәрен еткерҙе. Аҙнаның бер көнөндә — кесейомала башҡортса ғына аралашырға, бөтә рәсми сараларҙы үҙ телебеҙҙә үткәрергә тигән тәҡдим бер тауыштан хупланды. Ғөмүмән, башҡорт теле дәүләт теле булараҡ район Советы, хакимиәте, урындағы биләмәләрҙә, ойошмаларҙа үткән йыйылыштар, ултырыштарҙы башҡортса уҙғарыу мөһим. Йыл дауамында район, ҡоролтайҙың тел буйынса комиссияһы БР-ҙың дәүләт телдәрендәге алтаҡталарҙы тикшереү, айырыуса башҡорт телендә булған хаталарҙы бөтөрөү өҫтөндә эш алып барасаҡ. Район гәзиттәрендә “Башҡорт теле йылы” рубрикаһы булдырыласаҡ.
Мәктәптәрҙә әҙәби уҡыуҙар, квестар, аҙналыҡтар, тематик конкурстар, балалар баҡсаларында иң яҡшы башҡорт теле баҡсаһы, “Өләсәйем әкиәттәре” конкурсы, аҙналыҡтар, китапханаларҙа “Аҡмулла уҡыуҙары”, яҙыусылар, шағирҙар менән осрашыуҙар, башҡортса иң күп китап уҡыусы һәм башҡа төрлө төрлө ижади бәйгеләр ойоштороласаҡ. Тел белгестәре менән социаль селтәрҙәр, скайп аша онлайн-дәрестәр, блогерҙар менән тәжрибә уртаҡлашыу мөмкин буласаҡ. Башҡорт телендә видеоканалдар, интернет-контент булдырыу, мәктәптәрҙә, район кимәлендә балалар өсөн иң яҡшы башҡортса видеоблог ойоштороу конкурсы уҙасаҡ. “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” район конкурсы үткәреләсәк. Бөйөк Еңеүгә бағышланған саралар, яугир-шайморатовсыларҙың иң яҡшы шәжәрәһе бәгеһе планлаштырылған.
Йәш быуын туған теленә ылыҡһын, әсә телендә иркен аралашһын өсөн күп эштәр башҡарыласаҡ. Мәктәп уҡыусылары өсөн йәйге тел курстары, башҡортса йәйге лагерҙар, тематик экскурсиялар, мәҙәни походтар, ижади түңәрәктәр, тыуған яҡты өйрәнеү музейында дәрестәр, балалар йырҙары интернет-конкурстары, мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында музыкаль конкурстар буласаҡ. Төбәк фольклорын өйрәнеү, тыуған яҡты өйрәнеүселәр бәйгеләре, ырыу-шәжәрәләрҙе белеү, тиҙәйткестәр, йомаҡтар һөйләү буйынса ярыштар балалар араһында телде белеүгә, ҡыҙыҡһыныуға булышлыҡ итәсәк. Райондың билдәле шәхестәренең исемдәре мәңгеләштереләсәк, әҙәби кисәләр, йыраусылар, һәүәҫкәр композиторҙар араһында ижади бәйгеләр уҙасаҡ.
Йыл буйы барған сараларға иң һуңынан йомғаҡ яһаласаҡ. Башҡорт теле яңғыраһын, таралһын тиһәк һәр ғаилә эште үҙенән башлаһын — башҡортса һөйләшһен, балаларын башҡорт рухында тәрбиәләһен ине. 2020 йыл рух, сәм, ғәмде уятҡан, халыҡты берләштергән йыл булып килһен.
Читайте нас: