+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Февраль 2020, 10:10

Сүп-сар реформаһы алға бармай

Республика Хөкүмәтендә ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге үҙгәрештәрҙе тормошҡа ашырыу буйынса мәсьәләләр ҡаралды.

Республика Хөкүмәтендә ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге үҙгәрештәрҙе тормошҡа ашырыу буйынса мәсьәләләр ҡаралды. Видеоконференцияла республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров, Премьер-министры урынбаҫары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев, шулай уҡ муниципаль берәмектәр башлыҡтары, төбәк операторҙары ҡатнашты. Кәңәшмәлә сүп-сар реформаһы буйынса республикала йәшәүселәрҙең мөрәжәғәттәренә анализ яһалды һәм ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторҙарының ҡалаларға һәм райондарға сығыуы хаҡында һүҙ барҙы.
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Нияз Фазылов муниципаль берәмектәр хакимиәттәре менән “RM”: контейнерҙар майҙандары” системаһы буйынса инвентаризациялау һәм һанлаштырыу эшенең тамамланыуы хаҡында белдерҙе. 1 февралгә ҡарата 20 047 (99,08 процент) һанлаштырыу эше атҡарылған. Мобиль бәйләнеш һәм интернет булмаған урындарҙа эш бөтмәгән әле. 10 февралгә тиклем юридик шәхестәрҙең контейнер майҙансыҡтарын инвентаризациялау һәм һанлаштырыу ҡалған.
— Республикала ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу аҙнаһына бер тапҡырҙан да кәм булмаҫҡа тейеш, – тине Борис Беляев.
Читайте нас: