+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Февраль 2020, 18:00

Барыһы ла тиерлек «бишле» билдәһе алды

Башҡорт теле йылы сиктәрендә бөгөн район үҙәгендә ойошмалар һәм предприятиелар хеҙмәткәрҙәре диктант яҙҙы.

Башҡорт теле йылы сиктәрендә бөгөн район үҙәгендә ойошмалар һәм предприятиелар хеҙмәткәрҙәре диктант яҙҙы.
1-се Асҡар урта мәктәбендә туған телгә битараф булмаған 12 кеше белемен тикшереп ҡараны. Диктант өсөн текст итеп яҡташыбыҙ Рамаҙан Өмөтбаевтың «Генерал Күсимов» документаль повесынан «Днепрҙы аша сығыу» тигән өҙөк тәҡдим ителде. Ике аудиторияла диктант яҙыусыларға тексты белем усағының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Р. С. Харисова һәм В. З. Бүләкбаева уҡыны.
Диктант яҙыусылар араһында мәғариф бүлеге, район хакимиәте, редакция, «Яҡты–Күл» шифаханаһы хеҙмәткәрҙәре булды. Район мәғариф бүлегенең баш бухгалтер урынбаҫары Раушания Аблаева 38 йыл элек мәктәп тамамлағандан бирле диктант яҙғаным юҡ тиһә, һандар менән эш итеүсе бухгалтер-ревизор Ләлә Ғайсинаның да һуңғы 35 йыл эсендә тәүгә диктант яҙыуы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, диктант яҙыусылар үҙҙәрен грамоталы итеп күрһәтә алды. Төштән һуң диктанттар буйынса баһалар билдәле булды. 12 телһөйәрҙең унауһы диктантты «бишле» билдәһенә, икәүһе «дүртле»гә яҙған.
Читайте нас: