Белеүебеҙсә коронавирус таралыу ҡурҡынысы, илдәге дарыуханалар өсөн тик файҙаға, улар дарыуҙарға, медицина битлектәренә хаҡтар күтәрҙе.
«Ҡайһы бер дарыуханалар медицина битлектәрен 70-100 һумға күтәрҙе, ә улар Яңы йыл алдынан 1,5 һум тора ине. Беҙ киләһе оператив штаб ултырышында монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең был тәнгәлдәге эшен тыңлаясаҡбыҙ»,– тип белдерҙе Рәсәй хөкүмәте вице-премьеры Татьяна Голикова хөкүмәт кәңәшмәһендә.
«Ҡайһы дарыухана селтәрҙәре медицина битлектәре хаҡын арттырып күтәрә, уларҙы ябыр кәрәк», –тине ил президенты Владимир Путин. Рәсәйҙә дарыуханалар селтәре саманан артыҡ күп, әгәр бер- икәүһен япҡандала, халыҡ өсөн был ҡыйынлыҡтар тыуҙырмаясаҡ, тип өҫтәне ул.