+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Февраль 2020, 11:27

Хоҡуҡ һаҡсыһы булырға теләһәгеҙ

Сибай ҡалаһы буйынса эске эштәр бүлеге Рәсәй Федерацияһы граждандарын полицияла хеҙмәт итергә саҡыра.

Сибай ҡалаһы буйынса эске эштәр бүлеге Рәсәй Федерацияһы граждандарын полицияла хеҙмәт итергә саҡыра. Тәфтишсе, тәүтикшереүсе, участка уполномоченныйҙары, юл-патруль хеҙмәте һәм патруль-пост хеҙмәте инспекторҙары вакансиялары бар.

Кандидаттар өсөн талаптар:

- Рәсәй Федерацияһы гражданлығы;

- Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итеү;

- хөкөм ителмәгәнлек;

- тәфтишсе һәм тәүтикшереүсе вазифаларында эшләү өсөн — юғары юридик белем мотлаҡ;

- енәйәти эҙләү бүлеге, юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары, участка уполномоченныйҙары өсөн — урта һөнәри йәки юғары белем;

- патруль-пост хеҙмәте полицейскийҙары өсөн урта белем кәрәк.

Эске эштәр бүлегендә хеҙмәт итергә теләһәгеҙ, Сибай ҡалаһы, К. Цеткин урамы, 1/1 адресы буйынса мөрәжәғәт итегеҙ. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (34775) 5-44-12, 8-937-369-90-22.
Читайте нас: