Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Февраль 2020, 10:00

Сифатлы эсәр һыу – йәшәйеш нигеҙе

Башҡортостан халҡын сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеүгә 1,2 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан халҡын сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеүгә 1,2 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән кәңәшмәлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдерҙе.
“Экология” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған “Таҙа һыу” проектына 19 райондағы 50 ауыл һәм ҡасаба инеүгә өлгәшкән. Әлеге маҡсатта 2024 йылға тиклем 4,25 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Быйыл Өфө районының алты ауылында һыу ҡоролмаһы төҙөләсәк, Стәрлетамаҡта тәүлегенә 60 мең кубометр һыу таҙартыу ҡеүәтенә эйә станция төҙөлөшө башланасаҡ.
Һыу менән тәьмин итеү селтәрен яңыртыу эше Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы менән бер рәттән башҡа ведомстволар тарафынан да алып барыласаҡ, тип билдәләне Борис Беляев.
Был сараларҙы тормошҡа ашырыу 2024 йылға республика халҡын сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеү күрһәткесен 92,5 процентҡа (әле – 87,6 процент), ә ҡала халҡына ҡағылышлы күрһәткесте 99 процентҡа еткерергә мөмкинлек бирәсәк.
– Һыу – иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе, хатта газға ҡарағанда ла мөһимерәк. Беҙҙә сифатлы һыу менән тәьмин ителмәгән биләмәләр байтаҡ ҡына әле. Шуға күрә федераль үҙәк менән әүҙемерәк эшләргә, мәсьәләне хәл итергә кәрәк, – тип белдерҙе кәңәшмә барышында Радий Хәбиров.
Читайте нас в