Ижади һәм интеллектуаль эшмәкәрлек менән оҙаҡ шөғөлләнгән кешеләрҙең йәшәү сифаты яҡшыра, ғүмер оҙайлылығы арта, тип белдерҙе йәмәғәтселек вәкилдәре менән осрашыуҙа Рәсәй Президенты.
“Лекция уҡыған кешеләрҙең йәш күренеүенә килгәндә, минеңсә, кеше ижади эшмәкәрлек, мейе күнекмәләре менән ни тиклем оҙағыраҡ шөғөлләнә, шул тиклем оҙағыраҡ йәшәй, тормош сифаты ла яҡшыра, һөҙөмтәлә ул йәш булып ҡала”, – тине Владимир Владимирович.
Уның әйтеүенсә, юғары мәктәп уҡытыусылары башҡа эшмәкәрлек төрҙәре вәкилдәренә ҡарағанда оҙағыраҡ йәшәй. “Был осраҡлы түгел. Барыһы ла мейенең эшмәкәрлегенә бәйле”, – тине дәүләт башлығы.