2020 йылда түләм күләме йәшәү минимумының яртыһын, йәғни республикала 4,9 мең һум тәшкил итәсәк. Пособие 2020 йылдың 31 декабренә тиклем ғариза яҙыусы ғаиләләргә түләнәсәк. Ғаризаның ҡасан яҙылыуына ҡарамаҫтан, 2020 йылға тулыһынса, ғинуарҙан алып түләү мәсьәләһе аныҡлана. Ошо арала республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы пособиеға ғаризалар биреү тәртибен халыҡҡа еткереүсе киң мәғлүмәт биреү кампанияһын башлаясаҡ.