+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Февраль 2020, 19:05

Матур датаны һайлаусылар күпме?

Республикала матур датала - 20.02.2020 - никахлашырға теләүсе йәштәр байтаҡ.

Республикала матур датала - 20.02.2020 - никахлашырға теләүсе йәштәр байтаҡ. Әлеге ваҡытта республика ЗАГС-тарына никахтарын теркәүҙе һорап 262 ғариза бирелгән, 99-ы – Өфө ҡалаһында.

20 февраль көнө кесаҙнаға тура килеүенә ҡарамаҫтан, йәштәр тап ошо көндө һайларға ҡарар иткән. Ғөмүмән, никахлашыусылар матур даталарҙы, бәхетле тормоштоң башы тип иҫәпләп, алдан ҡарап, планлаштырырға ярата. Беҙҙең районда был көндә 3 пар сәстәрен-сәскә бәйләйәсәк. 20 февралдән тыш, 14 февралдә -Ғашиҡтар көнөндә никахлашыусы 4 пар көтөлә тип хәбәр итте ЗАГС бүлеге мөдире Фәриҙә Әхмәтова. Кейәү һәм кәләштәргә бәхет, мөхәббәтле ғүмер теләйбеҙ.

Читайте нас: