+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Февраль 2020, 11:15

Төҙөлөштә- яңы талаптар

Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә төҙөлөш эштәренең яңы талаптары индерелде.

Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә төҙөлөш алып барыуҙың яңы талаптары индерелде. Бынан ары төҙөлөш өсөн рөхсәт биреү, объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыу документтарын һәм ер биләмәһенең ҡала төҙөлөшө планын бары тик электрон вариантта ғына алырға мөмкин. Был бигерәк тә ойошмалар һәм шәхси эшҡыуарҙарға ҡағыла. Яңы ҡағиҙә республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы, Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты менән берлектә төҙөлгән. Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе һәм башҡа инстанцияларҙы берләштереү һәм документтар әйләнешен ябайлаштырыу маҡсатында эшләнгән.
Читайте нас: