Магазиндың сауҙа итеү залы кафенан, тәғәмхананан һәм башҡа нөктәләрҙән ситтә урынлашырға йәки айырым инеү урыны булырға тейеш, тип билдәләнә республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай әҙерләгән документта.
9 мартҡа тиклемвласть оргшандарының ғәмәлдәге норматив акттарын һәм проекттарҙы асыҡтан-асыҡ тикшереү өсөн интернет-порталда закон проектының тексы менән танышырға һәм фекер алышыуҙа ҡатнашырға мөмкин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл 3 ғинуарҙа республика магазиндарында алкоголь, шул иҫәптән һыра һатыу тыйылды. Бынан тыш, 4,5 һәм 6 ғинуарҙа спиртлы эсемлектәр һатыу сикләнде. Тейешле закон проектын уҙған йылдың аҙағында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ҡабул итте.
Бынан алда, 2019 йылдың майында республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Башҡортостан ҡалаларында һәм ауылдарында һабантуй үткәрелгән көндәрҙә алкоголь һатыуҙы сикләүгә йүнәлтелгән закон ҡабул итте.
Шулай уҡ Йәштәр көнөндә (27 июндә), Белем көнөндә (1 сентябрҙә, әгәр 1 сентябрь йәкшәмбегә тура килһә, 2 сентябрҙә) иҫерткес эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйҙылар