-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Февраль 2020, 11:31

Шәп балыҡсылар күп беҙҙең ауылда

«Сәләмәт ауыл — 2020» район конкурсы сиктәрендә Әбдрәш ауылында ошо көндәрҙә «Шәп балыҡсы» конкурсы уҙҙы. Үҙенсәлекле ярышты Афғанстандан совет ғәскәрҙәре сығарылыуға 31 йыл тулыуға арнаныҡ.

«Сәләмәт ауыл — 2020» район конкурсы сиктәрендә Әбдрәш ауылында ошо көндәрҙә «Шәп балыҡсы» конкурсы уҙҙы. Үҙенсәлекле ярышты Афғанстандан совет ғәскәрҙәре сығарылыуға 31 йыл тулыуға арнаныҡ.

Бындай сара тәүге тапҡыр үткәрелгәнгә күрә, уны ҡарарға теләп, ҡыҙыҡһынып килеүселәр ҙә, ҡатнашыусылар ҙа көтөлмәгәнсә күп булды. Ярышта бөтәһе 14 кеше ҡатнашты.

Балыҡсылар боҙҙо уйып, кәрәк-ярағын урынлаштырып, балыҡ ҡармаҡлауға тотонған арала, тамашасылар араһында ла төрлө ярыш-конкурстар үтте.

Балыҡ тотоусыларҙың сослоғон, оҫталығын жюри баһаланы һәм һөҙөмтәләрен халыҡҡа еткерҙе.

Бер сәғәт эсендә 20 балыҡ тотҡан Руслан Килмөхәмәтов лайыҡлы рәүештә беренсе урынды яуланы. Икенсе урында Наил Фазылов менән Зәйнулла Ишәев билдәләнде.

Урал Килмөхәмәтов — «Иң ҙур балыҡ тотоусы», Юлай Әхмәтов — «Иң бәләкәй балыҡ тотоусы», Рөстәм Сәлимгәрәев — «Иң сабыр балыҡсы», Арслан Сәлимгәрәев — «Иң ныҡыш», Замир Ишәев — «Иң өлгөр», Илшат Усманов «Иң дәртле» номинацияларында бүләкләнде. Конкурста ҡатнашҡан берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ — Әбдрәш урта мәктәбе уҡытыусыһы Лариса Сәлимгәрәева ла һынатманы. Балыҡсылар араһында яугир-интернационалистар Наил Фазылов менән Юлай Әхмәтов, Чечен Республикаһындағы хәрби хәрәкәттәр ветераны Илшат Усманов булыуы ярышҡа мәртәбә өҫтәне.

Күңелле бәйге йылға буйында ҡаҙанда бешкән балыҡ һурпаһы һәм самауыр сәйе эсеү менән тамамланды. Ярышты юғары кимәлдә ойоштороуға Илгиз, Илбер Ишәевтар, Мәүсилә Фазылова, Лира Батыршина, Наил Фазылов ҙур тырышлыҡ һалды.

Рәзилә ДИЛМӨХӘМӘТОВА.


Читайте нас: