-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Февраль 2020, 10:30

Милли проекттар хөкүмәт иғтибары үҙәгендә

Рәсәй хөкүмәте премьер-министры Михаил Мишустин милли проекттарҙы финанслау графигын теүәл үтәргә саҡырҙы.#национальныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортоостан

Рәсәй хөкүмәте премьер-министры Михаил Мишустин милли проекттарҙы финанслау графигын теүәл үтәргә саҡырҙы.
Был хаҡта ул стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса Президент эргәһендәге Совет президиумы ултырышында белдерҙе.
– Финаслауҙы ваҡытында бүлеү, уны йыл аҙағына ҡалдырмау зарур, – тине хөкүмәт башлығы.
Былтыр ҡайһы бер проекттар буйынса йүнәлтелгән аҡса ваҡытында үҙләштерелмәгән һәм быйылға ҡалдырылған: «Ләкин 2020 йылда бындай күренештәргә юл юҡ”, – тине етәксе. Ултырыш барышында, милли проекттарҙың үтәлешен тикшереү өсөн мәғлүмәт-аналитика системаһының төҙөләсәген дә билдәләне. Милли проекттар буйынса башҡарылған эштәргә ревизия үткәреүҙе йөкмәтте.
Читайте нас: