+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Февраль 2020, 11:00

Штраф күләме ныҡ артты!

“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының сираттағы ултырышында РФ Административ кодексына насвай, снюстарҙы күмәртәләп һәм ваҡлап һатыуға яуаплылыҡ билдәләү мәсьәләһе ҡаралды.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының сираттағы ултырышында РФ Административ кодексына насвай, снюстарҙы күмәртәләп һәм ваҡлап һатыуға яуаплылыҡ билдәләү мәсьәләһе ҡаралды, тип “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге үҙ сәхифәһенә яҙа Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров.Бөгөн был тәңгәлдәге талаптарҙы боҙған граждандарға - 2-4 мең һум, юридик берәмектәргә 40-60 мең һум штраф һалына. Ләкин был санкция выжданһыҙ эшҡыуарҙарҙы, граждандарҙы ҡурҡытмай. Уларҙың эшмәкәрлегенән айырыуса балалар зыян күрә. Етешһеҙлек асыҡланған осраҡта штрафты түләйҙәр һәм артабан эшмәкәрлектәрен дауам итәләр. Административ кодексҡа үҙгәреш индерелгәндән һуң, ул граждандарға – 15-20 мең һум, вазифалы берәмектәргә – 30-50 мең һум, юридик берәмектәргә 100-150 мең һум штраф тәшкил итә.

Әгәр ҙә һеҙгә снюс һәм насвай һатыу осраҡтары билдәле булған осраҡта Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17-се йортҡа мөрәжәғәт итеүегеҙ һорала.

Читайте нас: