+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Февраль 2020, 11:30

Әсәлек капиталы сертификатын алыу ябайлаша

Рәсәй Хөкүмәте әсәлек капиталына сертификат алыуҙы ябайлаштырырға ниәтләй.#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты

Рәсәй Хөкүмәте әсәлек капиталына сертификат алыуҙы ябайлаштырырға ниәтләй.
Тиҙҙән уны бала табыу йортона ингәндә тапшырылған мәғлүмәттәр нигеҙендә алырға мөмкин. Был хаҡта Беренсе каналда «Ғәҙеллеккә хоҡуҡ» тапшырыуы эфирында Рәсәйҙең Финанс министрлығы башлығы Антон Силуанов белдергән.
«Әгәр элек бихисап ҡағыҙ, белешмә тултырырға кәрәк булһа, тиҙҙән әсәлек капиталы һәм тейешле таныҡлыҡ алыу өсөн буласаҡ әсәнең бала табыу йортона ингән саҡта тултырған мәғлүмәттәре лә етергә тейеш», — тип белдерҙе Силуанов.
Шулай итеп, бала табыу йортонан сыҡҡанда уҡ ҡатын-ҡыҙ йә электрон почтаһында, йә үҙенең мобиль ҡоролмаһында әсәлек капиталы тураһында сертификатҡа эйә булырға йәки уны ҡағыҙ рәүешендә барып алырға мөмкин, тине министр. Ул шулай уҡ түләү йәш ғаиләләргә өҫтәмә аҡса һәм күсемһеҙ милек алырға ярҙам итергә тейешлеген билдәләне.
«Башинформ»дан алынды.
Читайте нас: