Йәмғиәт
20 Февраля 2020, 13:00

В. Путин эшсе төркөм менән осрашты

Президент Владимир Путин уҙған аҙнала Рәсәй Федерацияһының төп законына төҙәтмәләр индереү тураһында тәҡдимдәр әҙерләүсе эшсе төркөм менән осрашты.

Конституцияға төҙәтмәләр индереү мәсьәләһе ҡарала башлағандан алып граждандарҙан, берекмәләрҙән 500-ҙән ашыу проект һәм тәҡдим килгән. Эшсе төркөмдөң икенгсе етәксеһе, Дәүләт Думаһының дәүләт төҙөлөшө һәм закондар сығарыу комитеты етәксеһе Павел Крашенинников белдереүенсә, халыҡ илдең суверенлылығын яҡлау, дәүләттең социаль йүнәлешле булыуын нығытыуға йүнәлтелгән тәҡдимдәр яҡлы. Бынан тыш, ғаилә темаһы (ғаилә нимә ул – әсәй һәм атай, йәки ир менән ҡатын араһында никах), волонтерлыҡ темаһы, персональ мәғлүмәттәрҙе һаҡлау, Рәсәй биләмәлерен тартып алыуға юл ҡуймау, йәштәр темаһы кеүек мәсьәләләрҙе Төп закон менән нығытыу хаҡында етди һөйләшеү булды.
В. Путин Конституцияла никах аңлатмаһын ир менән ҡатындың берлеге тип билдәләргә тәҡдим итте, тик был билдәләмә менән бик һаҡ эш итергә ҡушты. Ил башлығы бер енес кешеләре араһында никахты законлаштырыуҙан ҡырҡа баш тартты.
—Мин призединет булғанда, 1-се, 2-се атай йәки әсәй булмаясаҡ, әсәй һәм атай ғына буласаҡ, — тине Владимир Владимирович.
Ил башлығы Конституцияға эш хаҡын һәм пенсияларҙы индексациялау хаҡында пункт индереү тәҡдиме менән дә ризалашты.Уның әйтеүенсә, индексациялау нескәлектәре федераль закондарға нигеҙләнеп эшләнергә тейеш.
Актер Владимир Машков Конституцияла Рәсәй биләмәләрен тартып алыуҙы тыйыуҙы закон менән нығытырға тәҡдим яһаны. “Ерҙе бирергә ярамай, хатта был хатҡта һөйләшеүҙәр алып барырға ла кәрәкмәй.Ҡәтғи рәүештә, — тине ул.
Йәштәр сәйәсәтенең Рәсәй Федерацияһы менән уның субъекттарының берлектә алып барылырға тейеш эше булыуын Коснтитуцияла нығытырға тигән тәҡдим менән сыҡты йәштәр. Уларҙың белдереүенсә, Рәсәйгә Координацияланған йәштәр сәйәсәте кәрәк, ул йәштәрҙең мөмкинлектәрен мәктәп эскәмйәһенән башлап, һөнәрмән булғанына тиклем яҡлауға йүнәлтелергә тейеш.
Осрашыуға йомғаҡ яһап, В. Путин төп законды әҙерләгәндә “һәр һүҙ, һәр хәреф, һәр өтөр тикшерергә, дөрөҫләргә, шул уҡ ваҡытта халыҡ хеҙмәте менән булдырылған һәм ғәмәлдәге Конституцияла нығытылғандарҙың асылын юғалтамаҫҡа кәрәк”, — тип билдәләне. Төҙәтмәләрҙең төп маҡсаты — замандың, бөгөнгө көндөң саҡырыуҙарына — яуап биреү.
Читайте нас