+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2020, 10:45

Гранттар күп бүленә

Башҡортостанда алдынғы ғилми инфраструктураны ойоштороуға берҙәм һанлы платформаның булыуы шарт.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Фән” милли проектына ярашлы, 2024 йылға хәтлем ғилми һәм ғилми-педагогик кадрҙарҙы әҙерләү программаһы буйынса белемдәрен камиллаштырыусылар өсөн ете мең грант бүленгән, ә белем биреү программаһы буйынса ун мең кеше өсөн уҡыуҙар ойоштороласаҡ.
Башҡортостанда алдынғы ғилми инфраструктураны ойоштороуға берҙәм һанлы платформаның булыуы шарт. Ул университеттарҙы, фән ойошмаларын һәм комплекслы ғилми-техник проект сиктәрендә иҡтисадтың корпоратив секторын берләштерергә тейеш.
– 2017 йылды алғанда, республикабыҙҙа тикшеренеүҙәр менән 3 мең ярымдан ашыу кеше шөғөлләнгән, шуның ете проценты фән докторы ине, ғалимдарҙың уртаса йәше 60 тирәһе, – тип һөйләй фән докторы, Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов.
Әлфис Суфиян улы белдереүенсә, “Фән” милли проекты нигеҙендә, республикабыҙҙа “Инновацион альянс” ғилми-белем биреү үҙәген төҙөү буйынса эштәр эҙмә-эҙлекле алып барыла.
Фото: Башҡортостан Фәндәр академияһы.
Читайте нас: