-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Февраль 2020, 12:53

Республикала һауа торошо

Ял көндәрендә Башҡортостанда һиҙелерлек йылыта: һауа биш градусҡа тиклем йылына. Был хаҡта Башгидромет синоптиктары хәбәр итә.

Шаршамбы, 26 февралдә, епшек ҡар, ҡар ҡатыш ямғыр көтөлә. Ҡайһы бер райондарҙа буран, боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырый, юлдарҙың айырым участкаларында көрт, тайғаҡ. Ел төндә көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын, иртән һәм көндөҙ көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көслө. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -2,+3 градус.
27 февралдә төндә синоптиктар урыны менән бер аҙ ҡар яуыуын, юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында тайғаҡ булыуын фаразлай. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы 6-11 градус һалҡын. Көндөҙ бер аҙ епшек ҡар, айырым райондарҙа буран, боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы -3,+2 градус.
Йома, 28 февралдә, ямғыр, ҡар яуыуы, көньяҡ-көнсығышта яуым-төшөмһөҙ булыуы, төндә урыны менән боҙлауыҡ көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, ҡайһы бер райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +1,-4 градус, көньяҡ-көнсығышта минус 8-гә тиклем, көндөҙ 0-5 градус йылы.
Ял көндәрендә Башҡортостанда һиҙелерлек йылыта: һауа биш градусҡа тиклем йылына. Был хаҡта Башгидромет синоптиктары хәбәр итә.

Читайте нас: