-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Февраль 2020, 10:15

Сүп-сар темаһы дауам итә

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәләрҙә аҙна һайын сүп-сар менән эш итеү темаһы күтәрелә. Төбәк Башлығын айырыуса ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыу өсөн контейнер майҙнсыҡтарын урынлаштырыу темаһы борсой.


Быға тиклем Р. Хәбиров Контроль идаралығына район һәм ҡалаларҙа контейнерҙар һатып алыу һәм урынлаштырыуҙы тикшерергә ҡушҡайны. Был тикшереү һөҙөмтәһендә ҡайһы бер райондарҙа етешһеҙлектәр асыҡланған. Ҡайҙалыр майҙансыҡтар тейешле урынлаштырылмаған, ҡайҙалыр улар әҙер тик әлегә тиклем файҙаланыуға индерелмәгән һәм башҡалар.
– Был майҙансыҡтарҙы урынлаштырыу буйынса мин ҡайһы бер хакимиәт башлыҡтарынан аңлатма ҡағыҙҙары йыйғайным инде. Уларҙың хаҡтары, тышҡы йөҙө буйынса һорауҙар бар. Барлыҡ материадарҙы ла прокуратураға бирергә уйлағайным да, тәүҙә һеҙҙе тыңларға булып тыйылып ҡалдым, – тине Радий Хәбиров. – Әгәр аңлайышлы аңлатмалар ишетһәм, артабан эшләйәсәкбеҙ. Әгәр юҡ икән, прокуратура һәм уларҙан һуң тәфтиш комитеты менән аралашырға тура киләсәк. Дәғүәләрем булған башлыҡтар үҙҙәре был турала белә, миңә шәхсән килеп аңлатығыҙ.
Вице-премьер – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдереүенсә, әлеге ваҡыта республикала 17806 контейнер майҙансығы ҡуйылған, уларҙың 9759-ына ҡаты япма түшәлгән һәм кәртәләп алынған. Майҙансыҡтарға 45 мең самаһы контейнер ҡуйылған. Был маҡсаттар өсөн махсус рәүештә бюджеттан аҡса бүленә. Былтыр мәҫәлән, 800 миллион һум аҡса тотонолған. Һәр район 3,5-4,5 миллион һум самаһы аҡса алған.
Радий Фәрит улы ҡайһы бер райондарҙа был майҙансыҡтар ҡот осҡос хәлдә тине. Ә яҡшы өлгөләр тип Әбйәлил, Дүртөйлө, Илеш, Күгәрсен, Миәкә, Тәтешле райондары, Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары билдәләнде
Читайте нас: