-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Февраль 2020, 11:14

Эш кәрәкһә, йәрминкәгә кил...

Йәрминкәгә килеүселәргә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә, һөнәри йүнәлеш биреү, уҡытыу, хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса кәңәш бирелә.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы, 27 февралдә Өфөлә ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн төрлө йүнәлештәге вакансиялар йәрминкәһе уҙғарыла.
Сарала инженер, менеджер, уҡытыусы, администратор, кондитер, шәфҡәт туташы, һатыусы, водитель, кондуктор, токарь, электрик, ташсы, төҙөлөш һәм монтаж эштәре оҫтаһы, һауыт-һаба йыуыусы, йыһаз йыйыусы, слесарь-сантехник, тракторсы, штукатур, электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе һәм башҡа вакансиялар тәҡдим ителә.
Йәрминкәгә килеүселәргә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә, һөнәри йүнәлеш биреү, уҡытыу, хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса кәңәш бирелә. Шулай уҡ компьютер диагностикаһы үтеү мөмкинлеге лә бар. Әйткәндәй, бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә.
Читайте нас: