+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Февраль 2020, 11:56

Андрей Назаров районға килде

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров уҙған шәмбелә беҙҙең районда эш сәфәре менән булды.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров уҙған шәмбелә беҙҙең районда эш сәфәре менән булды. Әбйәлил буйлап уны район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов оҙатып йөрөнө.

Районда А. Назаров ҡараған иң тәүге объект — «Яҡты-Күл» шифаханаһында ял итеүселәр өсөн тәғәйенләнгән яңы корпус төҙөлөшө булды. 2008 йылда 50 урынға иҫәпләнгән был пансионатты «Строймеханизация» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте төҙөй башлаған. Тик төҙөлөш бер аҙ ваҡыттан һуң, аҡса бүленмәү сәбәпле, туҡталып ҡала. Хәҙерге көндә дүрт ҡатлы объект ҡыйыҡһыҙ рәүештә тора, ямғыр-ҡар аҫтында уның тимер конструкциялары яраҡһыҙ хәлгә килгән. Беренсе вице-премьер хакимиәт башлығынан «Яҡты-Күл» шифаханаһында йыл әйләнәһенә күпме кеше ял итеүе, корпустарҙа номерҙарҙың тулы булыу-булмауы менән ҡыҙыҡһынды. Илдар Таһир улы ҡышҡы-йәйге миҙгелгә ҡарамай, ял итеүселәр ағымы өҙлөкһөҙ булыуы, урындар етешмәүе хаҡында һөйләне. Андрей Геннадьевич курорт төбәген үҫтереүгә ыңғай ҡараш белдерҙе, шифаханаға заманса төҫ биреү мөһим тип билдәләне. Төҙөлөп бөтмәгән объект буйынса ла үҙенең фекерен белдерҙе.

— Тиҙ арала был төҙөлөшкә экспертиза уҙғарығыҙ. Әгәр комиссия тарафынан объект артабан төҙөлөш эштәрен алып барыуға яраҡһыҙ тип табылһа, иң ҡулайлыһы — уны емереп, урынына яңыһын төҙөү. Беренсенән, тейешле рәүештә консервацияланмаған төҙөлөштө яңынан башлауға күп сығымдар китәсәк. Икенсенән, 50 урынға иҫәпләнгән корпус иҡтисади яҡтан файҙаһыҙ. Иң яҡшыһы — емереп, урынына 100 урынлыҡ, заманса талаптарға яуап биргән, уңайлы, матур корпус төҙөү. Тик бының өсөн беҙгә документ, йәғни экспертиза һөҙөмтәһе кәрәк, — тигән һығымта яһаны Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары.

Артабан Андрей Назаров «Красная Башкирия» ауыл хужалығы кооперативының роботлаштырылған фермаһын ҡараны. Бер көн алда тантаналы рәүештә асылған Һамар фермаһы республикала тәүге булыуы менән үҙенсәлекле. Ҡул көсө бөтөнләй талап ителмәгән ферма Андрей Назаровта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, бындай ферма төҙөүгә күпме финанс һалынды тип һораны. «Красная Башкирия» хужалығы директоры Раил Фәхрисламов 250 миллион һум тирәһе аҡса тотондоҡ, Урал аръяғында яҡшы сифатлы һөт етештереүселәр юҡ тиерлек, тап шуның өсөн беҙ ошо тармаҡты үҫтереүгә күп сығымдар йүнәлтәбеҙ, тип белдерҙе.

— Беҙ йылына 7,2 мең тонна юғары сифатлы һөт етештереү маҡсатын ҡуйғанбыҙ, бер һыйырҙан тулайым һауым 9000 килограмм тәшкил итәсәк, — тине Раил Салауат улы. — Һөт бизнесы өсөн иң беренсе нәүбәттә яҡшы мал аҙығы базаһын туплау мөһим, унан инде малдар өсөн тейешле шарттар булыуы кәрәк, артабанғы пункттарҙы генетика һәм һауыу технологияһы биләй. Ошоларҙың барыһы ла үтәлгән осраҡта ғына һәйбәт продукция алыу мөмкин.

А. Назаров фермала компьютер ярҙамында һыйырҙың күпме көйөш алғанына тиклем белеп булыуына, һөттөң сифатын, ҡуйылығын да уның аша тикшереү мөмкинлегенә һәм һыйыр үҙе роботҡа килеп һауҙырыуына ғәжәпләнде. Роботтар ғына эшләйәсәк заманса ферманың республикалағы һөт етештереүселәр өсөн үрнәк буласағын билдәләне.

Район халҡының нисә йылдар үҙәгенә үткән проблема — Хәлил — Сибай юлы. Әлмөхәмәт биләмәһе башлығы Иҙрис Батыршин Сибайға тиклем юлды асфальтлау көнүҙәк булыуы, беҙҙең райондан байтаҡ студенттар ошо ҡалала белем алыуы, күп кенә социаль учреждениеларҙың шунда урынлашыуы хаҡында аңлатты. Андрей Назаров һөйөнөслө яңылыҡ еткерҙе: асфальт буласаҡ. Асҡар — Әлмөхәмәт — Сибай автомобиль юлының 34-52-се километр арауығындағы участканы территориаль заказға индереү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. 18 саҡрымлыҡ юлда бер нисә этаптан торасаҡ реконструкция эше 2023 йылға тиклем тамамланырға тейеш, тип билдәләне Андрей Геннадьевич.

Тирмән ауылы янындағы мәрмәрташ заводын ҡарап, Андрей Назаров эш процесы ни сәбәпле туҡталыуы менән ҡыҙыҡһынды. Ҡуртымға алыусы май айынан башлап октябргә тиклем генә цехтың эшләүен, һыуыҡ ваҡытта һыу туңыу арҡаһында производство туҡтатылыуын аңлатты. Андрей Геннадьевич ҙур заводтың миҙгелле генә эшләүенә ризаһыҙлыҡ белдерҙе.

— Эш төркөмө булдырып, коммуникацияларҙы яйға һалыу һәм объектты йыл дауамына эшләтеүгә әҙерлекте башлау мөһим, — тип билдәләне беренсе вице-премьер.

Динара САФИУЛЛИНА.
Читайте нас: