+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Февраль 2020, 11:13

Ир-егеттәр мәсеткә саҡырылды

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап, Асҡар мәсетендә райондың мөслимәләр ойошмаһы байрам сараһы уҙғарҙы.

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап, Асҡар мәсетендә райондың мөслимәләр ойошмаһы байрам сараһы уҙғарҙы. Унда Афғанстан, Чечня һуғышы ветерандары, Рузил Низаметдинов етәкселегендәге «Боевое братство» хәрәкәте ағзалары саҡырылды. Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр ҙә килгәйне.

Хөрмәтле ир-егеттәрҙе байрам менән район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Линиза Сәғәҙиева тәбрикләп, һаулыҡ, ғаиләләргә, илгә именлек теләне.

Райондың имам-хатибы Рөстәм Ситдиҡов барыһын да ҡотлап, изге теләктәр еткерҙе.

Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр сүрәләр һәм мөнәжәттәр уҡыны. Айырыуса Ибраһим Исхаҡов, Фәнгиз Түлебаев, Вилдан Ғәлимовтың сығыштары оҡшаны.

Рузил Миңрәсүл улы бөтә ир-егеттәр исеменән ошондай байрам ойошторғандары өсөн Баныу Аҡбулатова етәкселегендәге мөслимәләргә рәхмәт белдерҙе, тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә саҡырҙы.

Кисәлә ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырылды. Иң һуңында барыһы ла Миңлегөл Йәноҙаҡова һәм мөслимәләр әҙерләгән мул табын артында аралашты.

Маргарита ҒИМАЛЕТДИНОВА.

Асҡар ауылы.
Читайте нас: