+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Февраль 2020, 10:00

Йәш ғаиләләр мәнфәғәтен ҡайғыртып

РФ Дәүләт Думаһы өсөнсө уҡыуҙа уҡ әсәлек капиталын ҡулланыу тураһындағы закон проектын ҡабул итте.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

РФ Дәүләт Думаһы өсөнсө уҡыуҙа уҡ әсәлек капиталын ҡулланыу тураһындағы закон проектын ҡабул итте.

Әсәлек капиталын Рәсәй Президенты үҙе булдырҙы. Был закон күп ғаиләләрҙең проблемаларын хәл итергә ярҙам итәсәк”, - ти “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Андрей Исаев.

“Берҙәм Рәсәй”ҙең Башҡортостандағы “Ныҡлы ғаилә” проекты координаторы Лилиә Ғүмәрова һүҙҙәре буйынса, Башҡортостанда 319510 әсәлек капиталы сертификаты тапшырылған. Күптәр уны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға ҡуллана. Республикала 262 мең ғаилә был аҡсаны ошо маҡсатҡа йүнәлткән, ә 14 меңе балаларын уҡытыуға тотонған.

Әйткәндәй, әсәлек капиталын быйылдан башлап ғаиләлә тәүге бала тыуғас та бирәсәктәр. Беренсе балаға – 466 617 һум, икенсе балаға ул 616 617 һум бирелә. Программа 2026 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтыла. Был аҡса тәрбиәгә бала алған, баланы атаһы яңғыҙ тәрбиәләгән осраҡта ла биреләсәк.

Әсәлек капиталы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “Демография” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Читайте нас: