+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Март 2020, 11:30

Эшһеҙлекте кәметеү йүнәлешендә

Уҙған йылда Башҡортостанда 6 меңдән ашыу эшһеҙ кеше яңы һөнәрҙәргә өйрәтеүсе курстар үтте

“Демография” һәм “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллекте тәьмин итеү” милли проекттары сиктәрендә бөгөнгө хеҙмәт баҙарында һорау менән файҙаланған 170 һөнәр буйынса уҡытыу ойошторолдо, тип хәбәр итә БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы. Курстар тамамлаусыларҙың 60 проценты яңы һөнәре буйынса эш тә тапҡан. Бынан тыш, декрет ялында булған 546 әсә өҫтәмә һөнәри белем алған. Быйыл ошо милли проекттар сиктәрендә тағы 10 меңдән ашыу кешене уҡытыу планлаштырыла.
Читайте нас: