+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Март 2020, 10:15

Мәскәүҙә коронавирус асыҡланды

Мәскәү кешеһендә коронавирус табылған. Уның менән бер рейста ҡайтҡан тағы 13 пассажир дауаханаға оҙатылған.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;


Ир мәкерле сирҙе Италиянан "алып ҡайтҡан". Мәскәү өлкәһендәге шәхси йортта 4 көн торғандан һуң ОРВИ билдәләре менән дауаханаға мөрәжәғәт иткән. Анализдар пациентта вирус барлығын күрһәткән. Уның хәле ҡәнәғәтләнерлек тип баһалана.

Сирле менән аралашҡандарҙың барыһы ла - 6 туғаны һәм 5 дуҫы дауаханала. Уларҙа коронавирус билдәләре юҡ, ләкин аҙ ғына ОРВИ билдәләре бар. Бөтәһенән дә анализдар алынған.

Шулай уҡ инфекциялы ир менән бер рейста ҡайтҡан 13 пассажир дауаханаға оҙатылған. Барыһында ла ОРВИ билдәләре. Ҡалған пассажирҙар - өй карантинында йә иһә улар менән ашығыс ярҙам табиптары эшләй.
Роспотребнадзор белдереүенсә, был Рәсәйҙә ҡурҡыныс вирус рәсми раҫланған алтынсы осраҡ. Ҡытайҙа сирлеләр һаны 80026-ға етте. Башҡа илдәрҙә аурыу йоҡтороусылар 10156 кеше.
Читайте нас: