Былар — “Фән һәм мәғариф”, “Граждандарҙы социаль яҡлау һәм ярҙам”, “Ғаиләне, әсәлекте, аталыҡты һәм балалыҡты яҡлау”, “Мәҙәниәт, сәнғәт һәм тарихи иҫтәлектәрҙе һаҡлау”, “Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, йәнлектәргә уңайлы йәшәү шарттары булдырыу һәм уларҙы яҡлау”, “Йәштәр сәйәсәте”, “Милләт-ара һәм төрлө дин вәкилдәре араһында килешеүҙәрҙе нығытыу”, “Граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау, граждандар йәмғиәте институттарына ярҙам итеү”, Сәләмәтлекте һаҡлау, сәләмәт йәшәү рәүешен, физик культураны һәм спортты пропагандалау”.
Конкурста ҡатнашыуға заявкалар grant.openrepubi.ru. cайтында электрон рәүештә 18 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Проекттарҙың йүнәлештәре һәм тематикаһы, конкурста ҡатнашыусыларға талаптар, гранттар биреү шарттары һәм тәртибе тураһындағы мәғлүмәттәр менән ентекләберәк grant.openrepubi.ru. сайтының “Документы” бүлегендәге “Конкурсы” ҡушымтаһында танышырға була. Белешмәләр өсөн тел.: 7(347)218-16-82.