+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Март 2020, 11:56

Ҡусҡарҙар — татыу, сәмсел халыҡ

Тал Ҡусҡары ауылында йәмәғәт ойошмалары — ветерандар советы, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы, ағинәйҙәр мәҙәниәт усағы клуб мөдире Сәүиә Дәүләтбаева менән ҡулға-ҡул тотоноп эшләүе һөҙөмтәһендә төрлө саралар, байрамдар йыш ойошторола.

Тал Ҡусҡары ауылында йәмәғәт ойошмалары — ветерандар советы, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы, ағинәйҙәр мәҙәниәт усағы клуб мөдире Сәүиә Дәүләтбаева менән ҡулға-ҡул тотоноп эшләүе һөҙөмтәһендә төрлө саралар, байрамдар йыш ойошторола.

Шулай булырға тейештер ҙә. Сөнки ауылда уҙған быуаттың 80-се йылдарында төҙөлгән бына тигән мәҙәниәт усағы бар. Бинала йылы, таҙа, яҡты. Ауыл халҡы ла бик ихлас йөрөй бында үткән сараларға.

Тотош райондың ветерандар ойошмалары етәкселәренең күсмә семинары үтте Тал Ҡусҡарында. Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе Гөлниса Ниғмәтуллина йыйылыусыларҙы ҡусҡарҙарҙың йәшәйеше, уңыштары, ҡаҙаныштары менән таныштырҙы. Дәртле, дөргөн ҡусҡарҙарҙың уҙған йылда урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһына ҡушылып, мәктәптең тәҙрәләрен замансаға алмаштырыуға өлгәшеүе маҡтауға лайыҡ. Ауылда күптәргә үрнәк булырлыҡ, татыу, өлгөлө ғаиләләрҙең күплеге лә ҡыуаныслы. Был сарала ауылдың иң ололары булған Ғәлиулла Ҡаһарманов менән Зәйтүнә Сәғәҙәтованы, алтын туйҙарын билдәләгән Мөнирә һәм Рәшит Кирәевтарҙы тәбрикләнеләр. 80 йәштәрен теүәлләгән Сәүҙә Ғибәҙуллина менән Лүсә Фәйезйәнова исеменә лә бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде. Юбилярҙарҙы Гусев ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Шәрифйән Ғәтиәтуллин, ветерандар ойошмаһы рәйесе Венера Шәйхисламова, район һәм ауыл Советы депутаттары тәбрикләне.

Йыйылыусыларҙы өс тиҫтә йыл элек Гөлнур апай Мамлеева етәкселегендә төҙөлгән «Ҡомартҡы» ҡатын-ҡыҙҙар фольклор төркөмө сәләмләне. Халыҡтың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, фольклорҙың иң шәп өлгөләрен пропагандалаған коллектив ваҡытында район-республика кимәлендә төрлө бәйгеләрҙә еңеүҙәр яулай. Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын һаҡлау, тергеҙеү һәм уны халыҡҡа еткереү йәһәтенән ҙур эш башҡара төркөм. «Ҡомартҡы»лар хаҡында Германия, Япония, Польша тележурналистары үҙҙәренең тапшырыуҙары өсөн сюжеттар төшөрә. Бөгөн инде был фольклор төркөмө составында йәшерәк быуын сығыш яһай. Әммә ололар бөгөнгәсә уларҙың кәңәшсеһе булып ҡала: башҡорт кейемдәрен тергеҙеүҙә, милли биҙәүестәр эшләүҙә, сценарийҙар төҙөгәндә нәҡ өлкәндәр аҡылына таянып эш итәләр ҙә инде «Ҡомартҡы»лар.

Был матур сараны ойоштороуға ауылдың активынан тыш, бағыусылар — «Завет» хужалығы рәйесе Ғамир Ғәлләмов, депутаттар Наил Рәхмәтуллин, Ишморат Әминев, Фәрит Шәрипов, Гөлниса Ниғмәтуллина, эшҡыуарҙар Рәхилә Уйылданова, Әлиә Хәсәнова ҙур ярҙам күрһәткән.

Ауылдың оло быуын вәкилдәре йыйылған икенсе сарала һөйләшеү гәзит-журналдарға яҙылыу мәсьәләһенә арналды. Тал Ҡусҡары халҡы район гәзиттәренән тыш «Йәшлек», «Киске Өфө» баҫмаларын яратып уҡый. Тәүге ярты йыллыҡҡа «Ветеран Башкортостана» гәзитенә лә күпләп яҙылғандар. Халыҡтың ваҡытлы матбуғатты күпләп алдырыуында һуңғы ун алты йылда почтальон булып эшләгән С. Д. Ямалованың хеҙмәтен юғары баһалайҙар. Әйткәндәй, 2019 йылға йомғаҡ яһалған район йыйылышында Сәфинә Дәүләткилде ҡыҙы райондың иң яҡшы почта хеҙмәткәре тип табылды һәм район башлығы И. Т. Нафиҡов ҡулынан Диплом һәм ҡиммәтле бүләк алды. Бөгөн С. Ямалова хаҡлы ялға сығып, уның урынына эшкә урынлашҡан Люциә Ғәбитованың да гәзиттәрҙе ваҡытында таратыуына ҙур ышаныс бағлай ҡусҡарҙар.

— Ауыл халҡы татыу, берҙәм, сәмсел беҙҙә, ауылдаштар осрашыуына әҙерләнгәндә кемуҙарҙан тәҙрәләрен алмаштырҙылар, күп йорттарҙың ҡыйыҡ баштары яңыртылды, ҡапҡалар үҙгәрҙе. Ҡатын-ҡыҙҙар, ағинәйҙәр, ветерандар ойошмалары ла әүҙем, һәр сараны урын-еренә үткәреү өсөн күп көс һалалар. Бына шулай берҙәм булғанда ауыл йәшәйәсәк. Шуны онотмаҫҡа ине, — тине ауылдың иң оло, абруйлы ағинәйе Гөлнур апай Мамлеева.

Ололарҙың фекеренсә, ауыл йәшәһен өсөн шулай уҡ барса халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе ваҡытында хәл ителеүе мотлаҡ. Мәҫәлән, ауылға рейс автобустары инмәй.

— Был мәсьәләне йыл һайын үткән йыйындарҙа күтәребеҙ, тик әле булһа хәл ителмәй. Оло юлдан ни бары өс саҡрымда ятҡан ауылға автобус иртән, төш ваҡытында һуғылһа, шул етер ине, — тиҙәр. Сөнки, әйтеүҙәренсә, һәр кемдең машинаһы юҡ, ә район үҙәгенә йомош төшөп кенә тора.

Шулай уҡ ҡарлы-буранлы көндәрҙә трактор юлды ауыл осона ғына тиклем таҙалай. Шул техника урамды бер үтһә ине тигән теләктәре лә бар. Тик, ауыл эсе ауыл Советы биләмәһе ҡарамағында, юлды таҙартыу ҙа уның иңендә. Бында ауыл Советы хакимиәте үҙ яуабын әйтергә тейештер.

Р. ДАУЫТОВА.
Читайте нас: