Атап әйткәндә, Өфө ҡалаһының 3-сө һанлы бала табыу йортонда һәм республика клиник дауаханаһында бәпесләгән ҡатындарҙы өйгә ҡайтҡанда бала тыуыуы тураһындағы документ менән сығара башлағандар. Ведомство-ара хеҙмәттәшлек талап итеүсе пилот проекты әлегә ике учреждениела тормошҡа ашырыла, тип хәбәр итәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Бала тыуғас та уға тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ биреү төбәктә демографик хәлде яҡшыртыу буйынса февралдә раҫланған «юл картаһы» буйынса атҡарылған тәүге сара.