+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Март 2020, 11:05

Таҙалыҡ көндәре үтәсәк

Республика башлығы Радий Хабиров Башҡортостандың муниципаль берәмектәрендә Таҙалыҡ көндәре үткәреү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. #национальныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Республика башлығы Радий Хабиров Башҡортостандың муниципаль берәмектәрендә Таҙалыҡ көндәре үткәреү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, биләмәләрҙең санитар-эпидемиологик торошон яҡшыртыу маҡсатында айына ике тапҡыр Таҙалыҡ көндәре үткәреү тәҡдим ителә. Ихаталарҙы, урамдарҙы, парктарҙы һәм башҡа биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм таҙартыу өсөн ойошмаларҙы йәлеп итеү ҡаралған.
Әйткәндәй, ошондай практика район үҙәге Асҡарҙа күп йылдар эшләп килә, һәр ойошманың таҙалыҡ өсөн яуаплы урындары билдәле.
Быйылғы Зауыҡлы биләмәләр йылы барышында бөтәһе өс дөйөм республика өмәһе (18 апрелдә, 4 июлдә, 3 октябрҙә), ике «Йәшел Башҡортостан» дөйөм республика акцияһы һәм 2 майҙа Иҫкә алыу һәм ихтирам көнө үткәреү планлаштырыла.
Читайте нас: