Тормошобоҙҙо торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәтенән башҡа күҙ алдына килтереүе ҡыйын, ул йәшәйешебеҙҙең үтә мөһим, мәшәҡәтле һәм ҡатмарлы тармағы. Беҙҙең үҙебеҙҙе нисек тойоуыбыҙ, кәйефебеҙ йорттарыбыҙҙың йылы, яҡты, уңайлы булыуынан тора, ә был, үҙ сиратында, ошо тармаҡта эшләгән хеҙмәткәрҙең көндәлек эшенә бәйле. Һүҙем — бар хеҙмәт юлы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеһы менән бәйле С. С. Хәйруллина хаҡында.
Сәүиә Сөләймән ҡыҙы Магнитогорск ҡалаһында бухгалтер һөнәрен үҙләштергәндән һуң, ул саҡтағы «Водоканал» предприятиеһына контролер булып эшкә килә. Шул көндән алып өс тиҫтә йылға яҡын ғүмер үткән. Был йылдарҙа предприятие әллә нисә тапҡыр исемен алмаштырһа ла, Сәүиә Хәйруллина бөгөн дә үҙенең төп эшен намыҫлы башҡарыуын дауам итә. Асҡар ауылы халҡы, предприятие-ойошмалар тотонған һыуға түләүҙәр өсөн яуаплы ул.
— Квитанцияларҙы башҡа ойошмалар кеүек почтальондар таратмай, үҙебеҙ таратабыҙ. Тотонолған һыу өсөн бурыстары булғандарҙың өйҙәренә инеп, һөйләшеү, аңлатыу өсөн был уңайлы. Ә элек һыуҙың хаҡы айына бер нисә тин генә булған саҡтарҙа өй һайын йөрөп, һәр кемдең теләгенсә, йыллыҡ сумманы нисәгәлер бүлеп, квитанция ҡалдыра инек, шуны кемдер бер юлы, кемдер үҙ яйына бүлеп түләй торғайны. Ә хәҙер кешеләр был хеҙмәт өсөн бурыстарын күпләп йыймай, ваҡытында иҫәпләшергә тырыша, — ти С. Хәйруллина.
Алсаҡ, итәғәтле һәм йомшаҡ һүҙле Сәүиә Сөләймән ҡыҙы коллегалары ғына түгел, Асҡар халҡы араһында хаҡлы абруй менән файҙалана. Уның намыҫлы хеҙмәте республика Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән билдәләнгән.
Тормош иптәше Батыр Әхмәт улының да хеҙмәт юлы «Водоканал» менән бәйле. Өфө ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң, ойошмаға мастер булып эшкә килгән Батыр Хәйруллин хаҡлы ялғаса эшләй.
Хәйруллиндар ғаиләһендә үҫеп буй еткергән ҡыҙҙар Сибай институтын тамамлап, бухгалтер һөнәрен алғандар. «Россельхозбанк»та эшләгән Алина ла, район хакимиәтендә бухгалтер булған Альбина ла әлеге ваҡытта бәләкәстәре менән декрет ялында.
Өлгөлө донъя көтөүҙәре менән дә ихтирамға лайыҡ Сәүиә һәм Батыр Хәйруллиндар ғаиләһе. Кәртә тултырып мал да тоталар, ҡош-ҡортон да тәрбиәләйҙәр, баҡсала йәшелсә-емешен дә үҫтерәләр.
— Бөтә был мәшәҡәттәр өҫтөнә үҙебеҙҙең дауамыбыҙ булған ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙе тәрбиәләшеү айырыуса оло шатлыҡ килтерә, — тиҙәр бәхетле олатай менән өләсәй.