+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Март 2020, 10:30

"Һеҙгә барлыҡ уңайлыҡтарҙы тыуҙырырға әҙербеҙ"

Өфөлә “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” бөтә Рәсәй бәйгеһенең ярымфиналы башланды.#национальныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Өфөлә “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” бөтә Рәсәй бәйгеһенең ярымфиналы башланды.
Илдең төрлө төбәктәренән йыйылған ҡатнашыусылар ҡунаҡсыллыҡ, хеҙмәт һәм туризм өлкәһендә көс һынашты, командаларға бүленеп төрлө проекттар өҫтөндә эш алып барҙы.
Кис барыһы ла дөйөм залға йыйылғас, уларҙың проекттарының исем туйын ҡарарға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙе килде. Ул һәр команданың сығышын иғтибар менән тыңланы, аҙаҡ улар тәҡдим иткән һәр башланғысҡа ҡарата фекерен белдерҙе.
“Беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәте лә, кешеләре лә үҙенсәлекле, төбәгебеҙ күп милләтле, күп мәҙәниәтле булыуы менән айырыла. Туризм беҙҙә бойомға ашырылмаған потенциал, был йәһәттән эш башланыҡ, махсус дәүләт комитеты төҙөлдө.
Һеҙҙең һәр тәҡдимегеҙ ҡыҙыҡлы. Туризм бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа нигеҙләнә тигән фекерегеҙ менән дә тулыһынса килешәм. Һеҙгә барлыҡ уңайлылыҡтарҙы тыуҙырырға, бушлай ер бирергә әҙербеҙ – эшләгеҙ генә.
Беҙҙә айырым туристик зоналар эшләргә тейеш. Башҡортостан Рәсәй тарихында беренселәрҙән геопарк булдырған республика. Геопарк та эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә мөмкинлектәр бирә”, – тине ул һәм ҡайһы бер проект-тәҡдимдәргә айырым туҡталды.
Туризм өлкәһендә һалым түләүҙе көйләү, уңайлы шарттар булдырыу – ҡыҙыҡлы фекер. Шулай уҡ Башҡортостанда туризм буйынса кадрҙар етмәүе лә – ҙур һәм хәл итеүҙе талап иткән мәсьәлә. Был йәһәттән Радий Хәбировтың үҙ стратегияһы бар, ул урта һәм махсус белем биргән уҡыу йорттары директорҙары менән һөйләшеп, махсус курстар асылырға тейешлеге хаҡында әйтте.
Тәҡдим ителгәндәр араһында Башҡортостанда бөтә Рәсәй видеоблогерҙар фестивален үткәреү тигән проект та бар. Төбәк етәксеһе был идеяны ла хупланы, видеоблогерҙар үҙ эштәрен тап туризмға арнаһын ине, тип белдерҙе,
Иң һәйбәте тип табылған проектҡа Радий Хәбиров күләмле суммала грант вәғәҙә итте.
Читайте нас: