+8 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Март 2020, 16:15

Ғаилә һәм никах тураһында положениены төп закон билдәләй

РФ Конституцияһына өҫтәмәләр араһында ғаилә институтына етди иғтибар бирелде.

Был хаҡта үҙ фекерен белдереп, Конституцион Суд һыҙыҡ өҫтөнә алды — ир менән ҡатын союзы булған ғаилә институты, атай-әсәйлек бурысы, балалыҡ, былар барыһы ла быуындар күсәгилешлеген һаҡлай һәм илдең күп милләтле халҡы үҫешенең төп шарты булып тора. Шул уҡ ваҡытта тулы булмаған ғаилә лә — баланы яңғыҙ атай йәки яңғыҙ әсәй тәрбиәләһә — ғаилә статусын һаҡлай. Ә бына бер енес кешеләренең үҙ-ара никахҡа инеүенә Рәсәй дәүләте ризалыҡ бирмәйәсәк. Был закон тарафынан тыйыла.
Читайте нас: