Республиканың бөтә белем биреү ойошмалары, шул иҫәптән балалар баҡсалары штат режимында эшләй, ләкин улар коронавирустың таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн Роспотребнадзорҙың барлыҡ талаптарын иҫәпкә алырға тейеш. Был турала Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе.
Әгәр температураһы күтәрелгән, ошо сиргә хас билдәләре булған балалар асыҡланһа, улар дауалау учреждениеларына тикшереүгә ебәрелә.
«Был аҙнала мәктәп каникулдары башланғансы штат режимында эшләйбеҙ», — тине Айбулат Хажин республикала коронавирус инфекцияһын һәм ағымдағы хәлде иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған брифингта.
Бынан тыш, Башҡортостанда балалар ҡатнашлығындағы ҙур сараларҙы туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Республика Мәғариф министрлығы мәктәптәргә «ошо аҙнала ла, каникул осоронда ла» Башҡортостандан һәм Рәсәйҙән ситкә сыҡмаҫҡа кәңәш бирә.
Ата-әсәләргә лә балаларын Рәсәйҙән ситкә, айырыуса коронавирус инфекцияһы буйынса хәүефле илдәргә сығармаҫҡа тәҡдим ителде.