+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Март 2020, 10:30

Декрет ялында яңы һөнәр

2020 йылдан “Демография” милли проектының төбәк программаһына ярашлы йәш әсәләр өҫтәмә һөнәргә эйә була ала.#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан

2020 йылдан “Демография” милли проектының “Ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә ярҙам, өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреү шарттары булдырыу” төбәк программаһына ярашлы йәш әсәләр өҫтәмә һөнәргә эйә була ала.
Республикала киләһе биш йылда бәпес тәрбиәләп өйҙә ултырған 1,3 мең ҡатын-ҡыҙ өҫтәмә белем аласаҡ, квалификацияһын үҫтерәсәк. Кондитер, кассир, ландшафт дизайнеры, парикмахер, ашнаҡсы һәм һатыусы – улар араһында бигерәк тә ошо һөнәрҙәр популяр. Уҡыу ваҡыты яҡынса өс ай.
Яңы һөнәрҙәргә уҡытыусы ойошмаларға субсидия бирелә. Башҡортостанда был маҡсатҡа йыл һайын 74,1 миллион һум аҡса бүленәсәк, уның 72,6 миллионы – федераль бюджеттан, 1,5 миллионы – республика ҡаҙнаһынан.
Читайте нас: