Мостафа атаһы Хәмзәнең рус-япон һуғышына китеүенә ай үткәс донъяға килә. Ауыл мәҙрәсәһендә уҡып, белемле булып, Октябрь революцияһын, граждандар һуғышын күреп үҫә ул. 1927 йылда өйләнә, тәүгеләрҙән булып һыйырын, бейәһен биреп колхозға инә. Мостай исемле туры бейә була, колхозға тапшырылған малға эйәһенең исемен ҡушыу ғәҙәте була. Хатта Вәкил исемле малайҙың: «Мостафа апа, Мостай бейәһен тотоп бир әле», — тигәне Рысҡужа ауылында бер лаҡап булып ҡала. Колхоздар артабан эреләнә башлай, Ҡаҙмаш һәм Рысҡужа ауылдары «Берлек» колхозы булып китә. 1940 йылдың йәйендә Әбйәлил районының алдынғылары — бөтәһе 22 кеше Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнашалар, ә «Берлек» колхозынан Мостафа Хәмзә улы ғына Мәскәүгә бара. Район делегацияһының фотоһы Әбйәлил энциклопедияһының 15-се битендә бар. Күргәҙмәнән ҡайтҡас, ауыл халҡы Мәскәү тураһында һораша: «Мавзолейҙа булдыңмы, Ленин бабайҙы күрҙеңме, ниндәйерәк кеше ул?», — тип ҡыҙыҡһыналар. «Ленин Хәйрулла Зәйнуллинға шул тиклем оҡшаған, ысын копияһы инде», — тип яуаплаған. Шулай Рысҡужаның «үҙ Ленины» булып киткән.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ауылдың бөтә ир-аттары менән бергә М. Хәмзин да илде һаҡларға юллана. Өйҙә ҡатыны Хәбирә Фәтхулла ҡыҙы ете бала менән ҡала, өлкән улы Әсғәткә — 14, Әширәфкә 12 йәш тә тулмаған була. Әширәф ат йөрөтә, Әсғәт һабанға тотоноп ер һөрәләр, тырматалар. Ғаилә башлығы яуға китеү менән 1942 йылда тағы бер ул тыуа, Әҙеһәм тип исем ҡушалар.
Мостафа Хәмзә улы һуғышты Ленинград фронтында 29-сы мото-уҡсылар дивизияһында пулеметсы булып башлай. Бик ҡаты алыштарҙа ҡатнаша, 1943 йылдың июль айында яралана, тәүҙә Рыбинск ҡалаһының 1922-се эвакогоспиталендә, һуңынан 3997-се эвакогоспиталдә дауалана. 1943 йылдың 8 октябрендә ВТЭК үтеп, Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды тип билдәләнә һәм тыуған яғына 1944 йылдың 8 апрелендә ҡайтып төшә. Һуғыштағы ҡаһарманлығы онотолмай, 1968 йылдың 19 апрелендә Әбйәлил районы хәрби комиссары майор Ш. Сәғитов М. Хәмзинға, эйәһен эҙләп килгән «Хәрби ҡаһарманлығы өсөн» миҙалын тапшыра.
Ғаилә башлығы Ҡаҙмаш ауылындағы леспромға итексе булып эшкә урынлаша, ҡултыҡ таяғы менән көн дә дүрт саҡрым юл үтә. Үҙен ипле, оҫта ҡуллы итеп таныта һәм уға «Сапожник Хәмзин» ҡушаматы тағыла.
Бер аҙҙан, һуғыш яралары төҙәлеп, ҡултыҡ таяҡтарын ташлай. 1946 йылдан ул баш-көллө колхоз эшенә бирелә, балта оҫталары бригадаһын етәкләй, ферма төҙөй. Мостафа Хәмзин колхозда берҙән-бер транса ярыу оҫтаһы була. Ул заманда шифер-фәлән юҡ, ферма-аҙбарҙар транса менән ябыла. Шуға ла был ауыр эште белгәндәр иң ҡәҙерле кеше һанала. Йәштәрҙе лә был һөнәргә өйрәтә. Транса ярыла торған ҡарағайҙы һайлау еңел түгел, был эшкә тәжрибә, таһыллыҡ талап ителә.
— Минең үтенес буйынса, Ҡаҙмаш ауылының оло уҙамандары — һуғыш ветераны Ишҡол Мәхмүтов, хеҙмәт ветераны Шәүҡәт Ғибәтов менән бергәләп атайым күрһәтеп ҡалдырған транса ярыла торған ҡарағайҙы эҙләп, таптыҡ, — тип һөйләй яугирҙең улы Әҙеһәм Хәмзин. — Ҡаҙмаш аръяғында үҫеп ултырған ҡарағайҙы пилорамда бысып тороу кәрәкмәй, был сифатлы ағасты нисек теләйһең, шулай ярырға була. (һүрәттә)
— Бер көн иртәнсәк беҙгә ауылыбыҙҙың муллаһы Хисаметдин олатай килеп инде. Ул: «Мостафа улым, мин өйҙө ҡоростарға булдым, ваҡыт табып нигеҙ ҡороп бир әле. Был изге эште теләһә-кемгә ҡушыу фарыз түгел. Абруйлы, тоғро кеше кәрәк», — тип үтенесен әйтте. Атайым оло ихтирамлы кешегә баш тартманы, ярҙам итте. Рысҡужала ул нигеҙ ҡормаған йорт булмағандыр. Урман-тау төбәгендә иң ауыры — бесән әҙерләү. Бөтә эш ҡул менән башҡарылды. Техника юҡ. Колхоз һәр кемгә бесән әҙерләү буйынса задание бирҙе, шуны үтәгәс кенә үҙеңдекенә тотонаһың, — тип хәтерләй Әҙеһәм Мостафа улы. — Беҙҙең ғаиләгә ошолай булды: атайыма 120 центнер, ҡыҙы Зөлфиәгә 90 һәм туғыҙынсы класта уҡыған Әғләмгә 70 центнер. Йөкләмә һис һүҙһеҙ үтәлә торғайны.
Нисек кенә ауыр булмаһын, ғаилә башлығы балаларын асыҡтырмай, һәр саҡ уйлап, тәүәккәл эш итә. Ағас-ташҡа оҫталығы, тырышлығы ярҙамында эш саналары әҙерләй, сөнки барыһына ла ат көсө файҙаланылғас, ул ауылда кәрәкле нәмә. Йылына ике тапҡыр ҡыш осоронда Ҡыҙыл районының 120-130 саҡрымда ятҡан Сыртинка һәм Ҡарабулаҡ ауылдарына бара. Бында оҫтаны һәр саҡ көтөп торалар, ул эшләгән саналар ныҡ, яҡшы сифатлы булғанға хаҡты бер бот бойҙайға арттырып түләйҙәр. Барған һайын 35-40 бот иген тейәп ҡайта.
1960 йылда уның ҡустыһы Исмәғилдең ҡатыны Раҡыя ҡапыл ауырып, вафат була. 3 айлыҡ ҡыҙы дауаханала ҡала. Ғаиләлә балалар ваҡ булыу сәбәпле, сабыйҙы тәрбиәләрлек хәлдәре булмай. Мостафа Хәмзә улы тормош иптәше Хәбирә, балалары менән кәңәш итәләр ҙә Әминәне унынсы бала итеп алып ҡайталар. Ҡыҙҙы аяҡҡа баҫтырып, уҡытып сығаралар. Хәҙер ул Магнитогорск ҡалаһында йәшәй.
М. Хәмзин ауылдаштары араһында оло абруй ҡаҙанған кеше, йәштәр өсөн өлгө, кәңәшсе була.
— Һуғыштан һуң кеше әллә ни етешә алманы, осон-осҡа ялғаны, әммә берҙәм, татыу булды. Берәй эшкә, кәсепкә тотонор алдынан мотлаҡ ололар, тәжрибәле кешеләр менән кәңәш тоттолар. Атайыма ҡустылары, ҡәйнештәре, тол ҡатындар, башҡалар йыш мөрәжәғәт итте. Һәр кем тейешле кәңәш, һүҙ ярҙамы алып ҡыуанды, — тип атаһы хаҡында ҡәҙерле иҫтәлектәре менән уртаҡлашты Әҙеһәм Мостафа улы. — Беҙгә, балаларына һәр ваҡыт иғтибарлы булды, тауыш күтәрмәне. Алдашыу, уғрылыҡты ене һөймәне. Талапсанлығы көслө ине, һәр әйберҙең үҙ хаҡы бар, һатып алғанда кешене алдамағыҙ, отмағыҙ тип өйрәтер ине. Ололарға ихтирамлы булырға саҡырҙы, хатта исемдәрен тулыһынса Кираметдин, Ғәләүетдин апа тип әйтергә ҡушты, үҙе лә шулайтты.
Һуғыштан һуңғы тыныс осорҙағы намыҫлы хеҙмәте лайыҡлы баһаланған. М. Хәмзин күп грамоталар менән бүләк-ләнгән, 5-6 саҡырылыш ауыл советы депутаты итеп һайланған. 1970 йылда В. Лениндың юбилейы айҡанлы «Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалына лайыҡ булған.
Хаҡлы ялда ла буш ятмай тынғыһыҙ уҙаман. Рысҡужа ауылының диндарҙары етәксеһе булып, мәсет булмағас ололарҙы үҙенең өйөнә йыйған. Үҙенең күркәм холҡо, тәртибе менән балаларына үрнәк булған ғаилә башлығының улдары һынатмай, уҡып белем алалар, төрлө өлкәләрҙә уңыш ҡаҙаналар. Әсғәт — паровоз, тепловоз машинисы, Әшираф — РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Әхмәт инженер, Әғләм — металлург, Әҙеһәм — алдынғы уҡытыусы, Нәжип — тракторист, Рысҡужа ауылының имам-хатибы. 10 бала үҫтереп, утыҙҙан ашыу ейән-ейәнсәр, һикһәнгә яҡын бүлә-бүләсәргә эйә була.
Рысҡужа балалары ғәҙел, эскерһеҙ, ярҙамсыл Мостафа олатайҙы хөрмәтләп, «Ысын бабай» тип йөрөткәндәр һәм ул иң дөрөҫ тормошсан ҡушаматы булғандыр, моғайын.