+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Март 2020, 17:30

Хәл күҙәтеү аҫтында

Районда һуңғы ике аҙнала сит илдәрҙән, бигерәк тә коронавирус буйынса хәл имен булмаған яҡтарҙан ҡайтыусылар барыһы ла күҙәтеү аҫтына алынған, карантин талаптарын үтәү буйынса “Роспотребнадзор”ҙың күрһәтмәләре тапшырылған.

Бөтә кешелекте хәүеф аҫтына ҡуйған зәхмәттең таралыуына юл ҡуймауҙың төп ҡағиҙәләренең береһе – өйҙә ҡалыу. Бигерәк тә хәүеф төркөмөнә ҡараусылар булып сит илдәрҙән ҡайтыусылар тора. Улар шаҡтай һау-һаҡ булһалар ҙа, тәғәйен ваҡытты карантинда үткәрергә тейеш. Был талапты үтәмәү закон буйынса эҙәрлекләнә. Республикала көн һайын карантиндағы граждандарҙың өйҙәренә рейдтар башҡарыла. Төркөмгә полиция хеҙмәткәрҙәре, медиктар, социаль хеҙмәткәрҙәр йәлеп ителгән. Тәртип һаҡсылары карантин талаптарын үтәүҙе күҙәтеү аҫтында тотһа, медицина хеҙмәткәрҙәре уларҙың сәләмәтлек хәлен белешә, ә социаль хеҙмәткәрҙәр аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, башҡа көнкүреш кәрәк-яраҡтары килтереп биреү буйынса ихтыяждарын үтәй.
Беҙҙең районда һуңғы ике аҙнала сит илдәрҙән, бигерәк тә коронавирус буйынса хәл имен булмаған яҡтарҙан ҡайтыусылар барыһы ла күҙәтеү аҫтына алынған, карантин талаптарын үтәү буйынса “Роспотребнадзор”ҙың күрһәтмәләре тапшырылған. Район хакимиәтендә махсус штаб ойошторолған. Үткән дүшәмбенән башлап көн һайын карантиндағыларҙың өйҙәренә рейдтар уҙғарыла. Өс бригада эшләй.
- Төркиәнән, Дубайҙан, Кубанан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән ял итеп ҡайтыусылар бар. Ә бер ғаилә, киреһенсә, бында ял итергә килгән. Барыһы ла карантинда. Шәмбе Асҡарҙа, Михайловкала икешәр адресҡа рейд яһаныҡ. Күсем руднигында булдыҡ, был ғаләлә бәлиғ булмаған бала ла бар. Рәхмәт ауылынан карантиндағы егеттең хәлен белештек. Барыһы ла, шөкөр, үҙҙәрен яҡшы тоя, карантинда булыуҙың мөһимлеген аңлай, - ти “Ярҙам” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Рәйлә Ғүмәрова.
Читайте нас: