-1 кеше тулыһынса йүнәлеп дауахананан сыҡты, 7 пациент стационарҙа, уларҙың хәле ҡәнәғәтләнерлек, - тип билдәләне һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова.
Рәсәй буйынса 2337 кеше коронавирус йоҡторған, һуңғы тәүлектә генә 501 кешелә мәкерле сир асыҡланған. Уларҙың барыһы ла сит илдәрҙә ял итеп ҡайтыуҙары билдәле. 121 сирле йүнәлгән.
Брифингта республика тулыһынса үҙаллы изоляция режимына күсеү хаҡында һүҙ барҙы. Ниндәй осраҡтарҙа өйҙән сығырға мөмкин? Әгәр ашығыс рәүештә медицина ярҙамы талап ителһә, дауаханаға мөрәжәғәт итергә була. Тик үҙең менән шәхесте раҫлаусы документ, паспорт алырға онотмағыҙ. Һәм табипҡа яҙылыу хаҡында документтың скрины йәки күсермәһе булырға тейеш. Йорттан 100-150 метр тирәһендәге магазиндарға аҙыҡ-түлек һәм аптекаларға дарыу артынан барырға мөмкин. Әлбиттә, маска һәм һаҡлыҡ саралары хаҡында оноторға ярамай. Урамдан ингәс тә ҡулдарҙы һабынлап йыуыу мотлаҡ. Йорттан алыҫ китмәй сүп-сар сығарыу, этте йөрөтөү мөмкин. Ә бына балалар менән урамда йөрөү тыйыла. Был ҡағиҙәне һанға һуҡмаусыларға ҡарата штраф янай. Граждандарға 15-40 мең һумға тиклем. Юридик берәмектәр өсөн штрафтар тағы ла күберәк. Мөһим хеҙмәттәрҙә эшләүселәргә махсус пропусктар бирелә. Уны урындағы район хакимиәтенән алырға мөмкин. Был хеҙмәттәргә дауахана, полиция, янғын һүндереү, коммуналь ойошмалар, магазинда эшләүселәр инә. Бөтә осраҡтарҙа ла өйҙән сыҡҡанда үҙең менән паспорт алыу хәйерле.
1 апрелдән республикала спиртлы эсемлектәр һатыу ваҡыты сикләнә. Сәғәт киске алтынан иртәнге унға тиклем алкоголь һатылмай.
Роспотребнадзор коронавирусты диагностикалау өсөн яңы тест әҙерләгән. Ул һынау үткән дә инде. Тиҙҙән Башҡортостанда шәхси клиникаларҙа түләүле тест үтергә мөмкин буласаҡ. Әлегә республикала бөтәһе һигеҙ лаборатория эшләй.
Был саралар бөтәһе лә халыҡты коронавирустан һаҡлау маҡсатында башҡарыла. Изоляция режимын тулыһынса күҙәтегеҙ, киҫкен сәбәптәрһеҙ урамға сыҡмағыҙ. Был һеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың сәләмәтлеге өсөн кәрәк. Өйҙә ҡалығыҙ-өйҙә яҡшыраҡ.