+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Апрель 2020, 10:05

Һауығыусылар арта

Республикала коронавирус менән сирләүселәр ун кешегә етте, һауыҡҡандар - ике кеше.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү буйынса онлайн форматта сираттағы брифинг уҙҙы. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һуңғы яңылыҡтарҙы еткерҙе: республикала коронавирус инфекцияһы менән сирләгән 10 кеше теркәлгән, 106 кеше ошо вирусты йоҡтороу шиге менән дауаханала ята, шул иҫәптән 14 бала. Вирустан һауығыусыға тағы берәү өҫтәлде: шулай итеп, дауаханала һигеҙ кеше ҡалған. Уларҙың барыһының да хәлен инфекционистар ҡәнәғәтләнерлек тип баһалай.
Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак әйтеүенсә, короновирус инфекцияһына республикала 5816 тикшереү үткәрелгән. Әлегә республикала дәүләт лабораториялары тикшереү үткәрә, уларға махсус әҙерлек үткән өс шәхси лаборатория ҡушылырға әҙер.
Сит илдән ҡайтып та, үҙаллы изоляция режимын үтәмәгән кешеләр проблемаһы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаман да көнүҙәк булып ҡала. Әлеге көнгә тиклем 4836 сит илдән һәм башҡа төбәктән ҡайтҡан кеше тикшерелгән. Ике йөҙҙән ашыу кешенең режимды боҙоуы асыҡланған, 27 кешегә протокол төҙөлгән.
Әгәр ҙә башҡаларҙың һаулығын һәм ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйған кешеләр барлығын белһәгеҙ, "Роспотребнадзор" идаралығына шылтыратып хәбәр итергә мөмкин: 8 800 555 49 43.
Читайте нас: