+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Апрель 2020, 16:25

Коронавирус арҡаһында әрме сафына яҙғы саҡырылыш күсерелмәй

30 мартта ил Президенты В. В. Путин 1 апрелдән армияға яҙғы саҡырылыш башланыуы тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы ғәҙәттәгесә 1 апрелдән 15 июлгә тиклем дауам итәсәк. РФ Ҡораллы Көстәр сафына 135 мең егет алынасаҡ.
- Ағымдағы яҙғы саҡырылыш ябай булмаған шарттарҙа уҙа. Уның төп үҙенсәлеге шунда - бөтә призывниктар ҙа ил һағына оҙатылырҙан алда коронавирусҡа тикшерелә. Беҙ хәрби хеҙмәткә саҡырыусылар һәм хеҙмәт итеүселәр, хәрбиҙәр араһында ҡурҡыныс сирҙең таралыуына юл ҡуймаҫҡа тейешбеҙ. Бөгөнгө көнгә Рәсәй армияһында хеҙмәт итеүселәр араһында вирус йоҡтороусылар юҡ. Зарарланыуға юл ҡуймау өсөн ғәскәрҙәрҙә профилактик саралар уҙғарыла, даими контроль ойошторолған, - ти райондың хәрби комиссары Р. М. Ғәҙелшин. – Әрмегә саҡырыу кампанияһы районда планға ярашлы уҙасаҡ. Килеп тыуған эпидемиологик хәлгә бәйле бер аҙ төҙәтеүҙәр индерелде. Әрмегә оҙатыу буйынса беренсе сара 20 майға билдәләнде. Хәрби-медицина комиссияһы 13 апрелдән (күсерелеүе ихтимал) эшләй башлай. Повестка алған граждандарҙың әле, карантин мәлендә,хәрби комиссариатҡа килеүҙәре кәрәкмәй. Был турала уларға хәбәр ителде. Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында хәрби комиссариатҡа призывниктарҙан тыш сит граждандар индерелмәйәсәк. Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуапты телефон аша ла алырға мөмкин: 2-12-95 һандары буйынса туранан-тура миңә, йәки 2-12-86 номеры аша дежур хеҙмәткәргә шылтырата алаһығыҙ.
Хәрби-медицина комиссияһына призывниктар берәмләп саҡырыласаҡ, инеү урынында уларҙың тән температураһы үлсәнәсәк. Әгәр киҫкен респираторлы вирус инфекцияһына шик белдергән билдәләр күҙәтелһә, ашығыс рәүештә медицина учреждениеһына йүнәлтеләсәк. Улдарын әрмегә оҙатыусы ата-әсәләргә борсолорға урын юҡ. Призыв пункттары контактһыҙ термометрҙар, бактерицид нурландырыусы ҡорамалдар, тест-системалар, медицина маскалары, һәм дезинфекцияусы саралар менән тәьмин ителәсәк. Егеттәрҙең сәләмәтлек хәле айырыуса ҙур иғтибар аҫтында буласаҡ. Хеҙмәт юлы үтәсәк хәрби часткә килеп еткәс тә уларҙы карантин режимы көтә, айырым казармаларға урынлаштырыласаҡтар.
Яҙғы саҡырышта Әбйәлилдән, билдәләнгән йөкләмәгә ярашлы, 94 егет хәрби хеҙмәткә алынасаҡ. Бынан алдағы кампанияла 88 граждан (йөкләмә буйынса 87)ил һағына киткән.
- Яҡташтарыбыҙҙың намыҫлы хеҙмәт итеүҙәре ҡыуандыра. Командирҙарҙан фәҡәт рәхмәт хаттары ғына килеп тора. Ата-әсәләр яғынан да ялыуҙар юҡ. Бөтә Ер шары буйлап таралған пандемия ваҡытында ла беҙ Тыуған илебеҙҙең оборона һәләтлелеген тәьмин итергә, ил сиктәрен һаҡларға бурыслыбыҙ. Шуныһы һөйөнөслө: призывниктар коронавирус бәйле хәлде үҙ файҙаларына борорға тырышмай. Беҙҙең башҡорт егеттәре ниндәй генә шарттарҙа ла ҡурҡыу белмәҫ ҡыйыу, көслө ихтыярлы булып ҡала. Был афәтте лә бирешмәй үткәреп ебәрәсәгебеҙгә ышанам, - тине Рөстәм Миңлеғәле улы.
Читайте нас: