+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Апрель 2020, 16:10

Ололар ярҙамһыҙ ҡалмай

Ирекмәндәр мөрәжәғәттәр буйынса ярҙамға мохтаж ололарҙың өйҙәренә дарыуҙар, аҙыҡ-түлек килтерә.

COVID-19 вирусына бирешеүсәнлек буйынса хәүеф төркөмөнә ҡараусы оло йәштәге кешеләр ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ. Инфекцияның таралыуына юл ҡуймау маҡсатында район хакимиәте етәкселегендә бөтә ауыл биләмәләрендә лә ирекмәндәр пункттары ойошторолдо. Ирекмәндәр мөрәжәғәттәр буйынса ярҙамға мохтаж ололарҙың өйҙәренә дарыуҙар, аҙыҡ-түлек килтереп бирәсәк.
Изге эшкә аңлы рәүештә үҙ ирке менән ҡушылырға теләк белдереүселәр бихисап. Быға тиклем дә ауыр тормош хәлендә ҡалыусыларға, мохтажлыҡ кисереүселәргә ярҙам күрһәтеү буйынса мәрхәмәтле эштәре менән танылыу яулаған “Меркурий” ирекмәндәр хәрәкәте лә әлеге киҫкен хәлдә ситтә ятып ҡалманы. Шулай уҡ ололарҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуймау маҡсатында ауылдарҙа социаль хеҙмәткәрҙәр, уҡытыусылар, мәҙәниәтселәр ҙә ярҙамға йәлеп ителә.
Штабта теркәлеү үткән ирекмәндәргә шәхси һаҡланыу саралары, ирекмән билдәһе бирелә. Йыш ҡына мутлашыусылар тоҙағына эләгеүсе оло йәштәгеләрҙең ығы-зығылы мәлдә айырыуса абай булыуҙары һорала.
Бөтә һорауҙар буйынса 8-905-180-41-28, 8-960-806-17-13 телефондары буйынса ирекмәндәр штабы координаторҙарына мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Читайте нас: