+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Апрель 2020, 10:15

Сит ерҙә олтан булып...

Ял итергә китеп, сит илдәрҙә ҡалыусылар байтаҡ. Республика етәкселеге уларҙы ҡайтарыу сараһын күрә.

Сираттағы брифингта сит илдәрҙә ҡалған яҡташтарыбыҙҙың һаны 355 кеше, улар араһында 22 бала барлығы билдәле булды. Был хаҡта республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Салауат Нафиҡов белдерҙе. Ҙур мәшәҡәттәр менән ошо көндәрҙә 19 кешене илгә алып ҡайтыуға өлгәшкәндәр. Улар араһында Һиндостандың баш ҡалаһы Дели аэропортында тороп ҡалған яҡташтарыбыҙ ҙа бар. Был эште башҡарыу еңел түгел: төрлө ведомстволарҙың, шул иҫәптән Рәсәйҙең сит илдәге вәкиллектәренең дә хеҙмәттәшлек итеүе мөһим.
11 яҡташыбыҙ сит илдә, карантинға ябылған круиз лайнерында ҡалған. Салауат Нафиҡов уларҙың күпселеге менән бәйләнештә булыуҙарын, килеп тыуған хәлдән ҡотҡарыу өсөн барыһын да эшләүҙәрен белдерҙе. “Балалы ғаиләләргә шәхсән яҙып, хәл белеп торам”, - тине ул. Нисек кенә булмаһын, уларға карантин бөткәнен һәм алып ҡайтыу өсөн махсус рейс ойошторғандарын көтөргә тура киләсәк.
Республика шифаханаларында иһә был хәлгә тиклем төрлө тарафтарҙан ял итергә килгән кешеләр ҡала. Унда тейешле саралар күрелгән. Шул уҡ ваҡытта шифаханалар әлегә яңы дауаланыусыларҙы ҡабул итмәй. Алдан түләп эшләү системаһы ҡулланылмағас, аҡсаны ҡайтарыу тураһында ла һүҙ юҡ.
Башҡа йүнәлештәр буйынса алдан юллама алғандарға түләнгән аҡсаларҙы турагентлыҡ иҫәбендә ҡалдырып торорға кәңәш ителә. Ҡасан да хәл барыбер яҡшырасаҡ һәм ял итеү мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк.
Туризм мәсьәләләре буйынса “ҡыҙыу бәйләнеш” телефоны эшләй: 8-800-505-94-56, быға тиклем унда 1,4 мең шылтыратыу теркәлгән. Комитеттың рәсми сайтында ла онлайн-анкета һәм һорауҙар ҡалдырырға мөмкин.
Читайте нас: